Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
22 Декабрь 2022, 14:46

Билал мәсетендә "Иман нуры" бәйгеһе үтте

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә аҡсалата приз һәм шөһрәтнамалар тапшырылды. Еңеүсе бала район "Иман нуры" бәйгеһенә ҡатнашасаҡ. Бәйге аҙағынан Билал ағинәйҙәре барыһын да тәмле сәй менән һыйланы.

Билал мәсетендә "Иман нуры" бәйгеһе үтте
Билал мәсетендә "Иман нуры" бәйгеһе үтте

Балалар ислам, иман, әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү, сүрә һәм доғаларҙы ятлау буйынса үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте. Имам-хатиб Рәдиф хажи, Арслан Ғәлин, Даниэль Ғәлин, Ислам Зәйнуллин, Юлдаш Булатов, Динир Нәҙербаевтарҙың дини белемдәрен тикшерҙе, белмәгәндәрен өйрәтте, һорауҙарына яуап бирҙе. Мәҫәлән, нимә ул иман? Кем ул иманлы кеше? Кем ул мосолман? Ислам нисә нигеҙҙән тора һәм нимәләрҙән? Иман шарттары? Бәйгеселәр ошо һәм башҡа бик күп һорауҙарға төплө яуап бирҙе. Ә инде ҡыҙ балалар Айзилә Нәҙербаева, Сулпан Шаһибаловаларҙан һорау-яуапты Зөлфиә хажиә алды. Балаларға сүрә, доғаларҙы уҡырға, иман шарттарын үтәргә өйрәнергә лә, өйрәнергә кәрәк. Шулай ҙа, араларында тырыш балаларҙың булыуы ҡыуандыра. Бәйгеселәр араһында иң бәләкәсе Ғүмәргә ике генә йәш! Ул бала тураһында яҙыу ғына аҙ, уны үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә, үҙ ҡолаҡтарығыҙ менән ишетергә кәрәк. Атаһы Рәмил мөәзингә эйәреп доға ятлауына таң ҡалдыҡ! Сабыйға күҙҙәр теймәһен! 🙏🙏🙏🙏

Асҡар мәсете мөғәллимәһе Зәлифә апай Шакирова Мөхәммәд саллаЛлаһү ғәләйһиссәләм мосолмандарға өйрәтеп ҡалдырған һәм был турала Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндең "Әлү Ғимран" сүрәһенең 153- сө аятында әйтелгән тура юл тураһында аңлатып китте. Зәлифә апай буш ҡул менән килмәгән. Бәйгеселәрҙең һәр береһенә тәмлекәстәр таратты, имам-хатибҡа "Сахих әл-Бухари" исемле китап бүләк итте. Ул китап Ҡөрьәндән ҡала, әһәмиәте яғынан, икенсе китап һанала. Был китап — Пәйғәмбәребеҙ саллаЛлаһү ғәләйһиссәләмдең һүҙҙәрен иң дөрөҫ еткереүселәр аша төҙөлгән китаптарҙың береһе.

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә аҡсалата приз һәм шөһрәтнамалар тапшырылды. Еңеүсе бала район "Иман нуры" бәйгеһенә ҡатнашасаҡ. Бәйге аҙағынан Билал ағинәйҙәре барыһын да тәмле сәй менән һыйланы.

Доға, сүрә уҡыусы балаларҙың күңелендә иман һәм йән тыныслығы насип итһен! Һау-сәләмәт, ғилемле булығыҙ! Балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен дин ғилеменә өйрәтеүселәр ике донъялыҡта ла бәхетле булһын. Барыбыҙ ҙа Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итеп йәшәйек. Аллаһым ярҙамынан ташламаһын. Илдә тыныслыҡ булһын. Әмин.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-212554042_303 

"Билал мәсете" төркөмөнән 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: