Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
2 Декабрь 2022, 10:00

Иманлы һәм иманһыҙ тураһында

Ниндәй ҙә булһа ауырыу сәбәпле бәндә тәненә тырнаҡ осо тиклем генә кәмселек килһә лә, уның шул урыны йәннәттә булыр. Тәндең ниндәйҙер бер өлөшө йәннәттә була икән, шул һыҙланыуҙарға эйәреп уның бөтә тәне йәннәткә инер...

Иманлы һәм иманһыҙ тураһында
Иманлы һәм иманһыҙ тураһында

Иманға килмәгәндәрҙән берәү бер ваҡыт мосолман менән бергә балыҡҡа бара. Иманһыҙ кеше үҙенең ялған аллаларын телгә ала-ала ҡармаҡ һала-һалған һайын берәр балыҡ ҡаптырып тора. Шул рәүешле бик күп балыҡ тота. Ә мөьмин иһә Аллаһы Тәғәлә исеме менән ҡармаҡ һалып та, ҡояш батҡанға тиклем бер балыҡтан башҡаны эләктерә алмай. Тарта торғас, уныһы ла ысҡынып китә. Иманһыҙ кешенең һауыты балыҡ менән тула, мөьмин буш ҡул менән ҡайта.

Мөьмингә күҙ-ҡолаҡ булыу өсөн ебәрелгән фәрештә был эшкә хурланып күк аша һәм мөьминдең йәннәттәге урынын күреп ҡала. “Валлаһи, тип әйтәм, был мөьминдең урыны йәннәттә икән даһа, тимәк, уның ерҙәге михнәттәрендә бер ниндәй ҙә зарар юҡ!”-тип тынысланып ҡала. Иманһыҙҙың урыны йәһәннәмдә булыуын күреп: “Валлаһи, был иманһыҙҙың да донъялыҡтағы уңыштарынан бер файҙа ла юҡ икән бит!”-ти.

Пәйғәмбәребеҙ әйткән бит: “Ниндәй ҙә булһа ауырыу сәбәпле бәндә тәненә тырнаҡ осо тиклем генә кәмселек килһә лә, уның шул урыны йәннәттә булыр. Тәндең ниндәйҙер бер өлөшө йәннәттә була икән, шул һыҙланыуҙарға эйәреп уның бөтә тәне йәннәткә инер”.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: