Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
1 Декабрь 2022, 19:08

Васыят

Атаһы үлгәс, улы бер кешегә лә сәләм бирмәй, моронон сөйөп йөрөй торған булып китә. Егеттең былай йөрөүенә ҡарттарҙың эсе боша башлаған. Үҙ-ара: «Ниндәй аҡыллы егет ине, атаһы үлгәс бик әҙәпһеҙләнде, маһая башланы», ― тип һөйләшә торған булғандар. 

Васыят
Васыят

Атаһы улын саҡырған да: 

― Улым, мин үләмен инде, һиңә бер васыят әйтеп ҡалдырам, шуны үтәһәң, бик бәхетле булырһың, ― тигән. ― Кешеләргә сәләм бирмә, кешеләр үҙҙәре һиңә сәләм бирһендәр! ― тигән. 

Атаһы үлгәс, улы бер кешегә лә сәләм бирмәй, моронон сөйөп йөрөй торған булып китә. Егеттең былай йөрөүенә ҡарттарҙың эсе боша башлаған. Үҙ-ара: «Ниндәй аҡыллы егет ине, атаһы үлгәс бик әҙәпһеҙләнде, маһая башланы», ― тип һөйләшә торған булғандар. 

Бер көндө егет урамда китеп барғанда, ҡарттар уны туҡтатып һорағандар: 

―Был ниндәй әҙәпһеҙлегең? Ни эшләп сәләм дә бирмәй үтеп бараһың? ― тигәндәр. 

Егет аптырап ҡалған. Шулай ҙа ҡарттарға дөрөҫөн һөйләп бирергә мәжбүр булған: 

― Һеҙ теләһә нишләтегеҙ, әммә мин атайымдың васыятын боҙа алмайым, ― тигән. ― Ул миңә: «Улым, кешегә сәләм бирмә, кешеләр үҙҙәре сәләм бирһендәр», ― тип әйтеп үлде. 

Бер-береһенә ҡарап көлөшкәндәр ҙә ҡарттар, был егеткә васыяттың мәғәнәһен төшөндөрөп биргәндәр. 

― Атайың һиңә: «Эшкә иртә бар, кешеләр һинең эшләгәнеңде күреп, яныңдан уҙғанда һине ҙурлап, сәләм биреп китһендәр», ― тигән. Әгәр һуңға ҡалһаң, ул ваҡытта һинән элек барған кешеләргә һин үҙең сәләм бирергә тейеш булаһың бит! ― тигәндәр. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: