Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
19 Ноябрь 2022, 12:00

Мөжәүир хәҙрәт хикмәттәре

Ниһайәт, ни хикмәт булғандыр, ат көс-хәл менән тауҙың башына килеп етте лә көслө итеп бер дер һелкенде, тирә-яҡҡа ҡара тире сәселде. Шунан саптырып сығып китте. Күсерҙәге килен дилбегәне ҡулынан ысҡындырмай саҡ тотоп барҙы. Мөжәүир хәҙрәттең ҡапҡаһы ябыҡ тора ине, ат бикле ҡапҡаны емереп, ихатаға елдереп килеп инде. Олатайға күренергә килеүселәр урам тулы ине. Быны күреп улар аптырап ҡалды...

Мөжәүир хәҙрәт хикмәттәре
Мөжәүир хәҙрәт хикмәттәре

Баймаҡ районы Кәрешкә ауылында тыуған, шунда ғумер кисергән 1920 йылғы Йәнтилина Һәҙиә Әйүп ҡыҙы Мөжәүир хәҙрәт тураһында һөйләгәндәренән.

Шәп кеше булды Мөжәүир хәҙрәт, — ти уны яҡындан белгән Һәҙиә инәй. — Көлөп-көлдөрөп, һөйләп-һөйләшеп ултырыр, һинең ни уйлағаныңды белеп ултырыр ине. Кеше яратты, үҙенә төбәп килгән һәр кемде йылы ҡаршы алып, ризалатып ебәреү хәстәрен күрҙе, хәленән килгәненсә ярҙам күрһәтте. Күңеле киң, өйө иркен, ниәте изге, зар-интизар булып килгәндәргә, бала-сағаға мәрхәмәтле, итәғәтле булды, — тип хәтерләй әүлиәгә йөрәк түрендә мәңгелек рәхмәт хисе һаҡлаған Һәҙиә инәй. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, инәй барыһын иҫләй. Олатай нимә әйткән, барыһы хәтерендә һаҡлай. Кешеләрҙе һауыҡтырыр, дауалау буйынса ҙур тәжрибә туплаған бағымсынан инәй ниҙәр ишеткән, шуны һүҙмәһүҙ бирәбеҙ.

Ауырыу кешегә өс төрлө юл менән тейә. Беренсеһе — һыуыҡ тейҙереүҙән, икенсеһе — нәмә ҡағылыуҙан, өсөнсөһө — дөрөҫ туҡланмауҙан, — тигән ул. — Күҙ тейеү, боҙом, ен ҡағылыу, сихыр булһа, ундайҙарға минең әмәл бермә-бер килешер, — тигән. Ниндәй юл менән сирләп килһәләр ҙә, хәҙрәтең ҡөҙрәтенә инанып, йүнәләм тип килгән кеше, мотлаҡ йүнәлеп ҡайтыр булған.

Әҙәм балаһының ауырыуға һабышыуын күберәк ҡара көстәр ҡағылыуҙан күргән ул. Бағьшсы шуларҙы ҡыуа торған булған. Ябай кешенең көсө етмәҫ яуыз ҡара көстәр менән гел алышып-көрәшеп йәшәгән.

Шундай шәпле, хикмәтле табип һәм әүлиәнең тере сағында ҡәҙерен белеп еткермәнеләр. Хәҙер күптәр ҡәберенән ҡаҙып алып ултыртырҙай булалыр ҙа бит, әүлиәләр ҙә ергә мәңгелекә килмәй икән шул, — ти Һәҙиә инәй.

Һүҙгә әүәҫ әңгәмәсем үҙенең Булат исемле ейәне менән булған бер хәлде хәтерләп һөйләп алды.

Һигеҙ айлыҡ ҡына бәпес ҡапыл сәсрәп ауырып китте. Ни эшләтергә белмәйбеҙ, бала һытылып ауырый. Тиҙ генә ат ектек тә туранан ғына Ҡыңгыраш аша төшөп, Манһырға сыҡмаҡсы булдыҡ. Кәрешкә менән Манһыр араһы туранан биш-алты саҡрым тирәһе булыр. Ошо ғына араны үтә алмай атыбыҙҙың йәне сыға яҙҙы. Сөм-күк ат ҡара һыуға төшөп тирләне, төҫө ҡараға әйләнде. Тау башына менеп еткәнсе әллә нисә сәғәт ваҡыт үтте. Ҡыңгыраш башына менеп етһәк, тау түбәһенә арба үҙе китер ине, тибеҙ. Меҫкен ат тамам әлһерәне. Әйтерһең, бер нәмә арбаны артҡа тартып һөйрәй. Элек кешеләрҙән «Ен ҡағылған ауырыуҙарҙы алып барғанда аттың арбаға көсө етмәй икән», — тип һөйләгәндәрен ишеткәнебеҙ булғайны. Әкиәт, тип ышанмай торғайныҡ. Бына хәҙер үҙебеҙ шул хәлдә ҡалдыҡ. Ниһайәт, ни хикмәт булғандыр, ат көс-хәл менән тауҙың башына килеп етте лә көслө итеп бер дер һелкенде, тирә-яҡҡа ҡара тире сәселде. Шунан саптырып сығып китте. Күсерҙәге килен дилбегәне ҡулынан ысҡындырмай саҡ тотоп барҙы. Мөжәүир хәҙрәттең ҡапҡаһы ябыҡ тора ине, ат бикле ҡапҡаны емереп, ихатаға елдереп килеп инде. Олатайға күренергә килеүселәр урам тулы ине. Быны күреп улар аптырап ҡалды. Хәҙрәт өйөнән килеп сыҡты ла, сиратһыҙ саҡырып индерҙе.

Әйҙә ин, балам, һеҙҙе көтөп торам, — тине. — Ҡулыңдан ризыҡты күп ейҙем, минең дә һеҙгә ярҙамым тейһен.

Ингәс тә хәҙрәт баланы ҡулына алды.

Кыш, мәлғүндәр, китегеҙ бынан, — тип өрөп, ниндәйҙер күҙгә күренмәгән заттарҙы ҡыуғандай итте. — Һеҙ килә ятҡанда уҡ, атығыҙҙың арбаға көсө етмәгәнен күреп, мин уларҙы бер килке борхолдатҡайным инде, — тине. Бәпәйҙең башынан башлығын систереп өшкөрөп кейҙерҙе. — Ин шәәъ Аллаһ, йүнәлер, — тине, беҙҙе тынысландырып оҙатып ҡалды. Булатым шул өшкөрөүҙән аҙаҡ, иншәәъ Аллаһ, бер ауырыу- сырхау күрмәне.

Лира Яҡшыбаеваның "Мөжәүир хәҙрәт "  китабынан.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: