Балаға күҙ теймәһен өсөн уҡыла торған доға
Балаға һоҡланып ҡарарға ярамай. Бынан ул күҙһенә, илай башлай. Яман күҙҙәр баланың ғүмерен дә ҡыйыуы ихтимал. Шуның өсөн дә уларҙы Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән доғаны уҡып, һаҡларға тейешбеҙ. Ул үҙе лә ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенгә шул доғаны уҡыр булған:
أُعِيذُكُمَا بِكَلِمَاتِ اللهِ التَّامَّةِ مِنْ كُلِّ شَيْطَانٍ ، وَهَامَّةٍ ، وَمِنْ كُلِّ عَيْنٍ لَامَّةٍ
Агузу би-кәлимәти-лләхи-ттәммә; мин кулли шәйтании уа хамма; уа мин кулли гайнин ләмма.
Мәғәнәһе: Мин һеҙҙе ике донъяла булыусы һәр төрлө яуызлыҡтан, һәр бер ағыулы йыландан, һәм һәр бер яман күҙҙән һаҡлауҙы Аллаһҡа тапшырам.
Аллаһы Тәғәлә беҙҙе яман күҙҙәрҙән һаҡлаһын һәм үҙебеҙҙе лә көнсөл әҙәмдәр иҫәбенә индермәһен ине!
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: RrJevEHlqao