

Аллааһүммә раббәнәә әңзилнәә мүңзәләм мүбәәракә үә әңтә хайруль мүңзилиинә раббәнәә әәтинә фиддүньйәә хәсәнәтә үә фил әәхыйрати хәсәнәтә үә кы-йнәә гәзәәбә ннәәр.
Эй, рәхимле, шәфҡәтле Раббым, ерҙәр ҙә, күктәр ҙә Һинең әмереңә буйһона! Барлыҡ һөйөнөстәр һәм хәсрәттәр Һинең ҡулыңда! Эй, Раббым, теләгән бәндәләреңә һәм теләгән ерҙәргә Һин бәрәкәттәр индерәһең! Теләһәң ул бәрәкәттәрҙе ала ла алаһың. Эй, Раббым, ошо бәрәкәттәреңде, рәхмәтеңде, нурыңды һәм һаҡсы фәрештәләреңде индер.
Ошо нигеҙҙә йәшәүсе бәндәләреңдең тәндәренә сихәт, йәндәренә тыныслыҡ, араларына өлфәт мөхәббәт насип ит.
Эй, Хафиз булған Аллаһ, уларҙың нигеҙҙәрен һәм үҙҙәрен күҙҙәр күрә алған һәм күрә алмаған барлыҡ насарлыҡтарҙан һаҡла. Бигерәк тә ут бәләләренән, һыу баҫыуҙарҙан, ел-дауылдарҙан, ҡараҡтарҙың насар эштәренән һаҡла!
Ошо нигеҙҙәрендә һөйөнөп, шатланып, мул ризыҡтар менән ризыҡланып оҙон ғүмерҙәр йәшәргә яҙһын.