Дин һәм иман
28 Октябрь 2022, 06:25

Изге доғам

Ҡаршы иҫһә әсе елдәр Етеҙерәк мин атлайым, Аһ-зарҙарҙы эскә йотоп, Киреп күңел ҡанаттарын, Бер доғамды ҡабатлайым: “Барыһы ла яҡшы булыр, һағыштарым, хәсрәт уҙыр, Эштәребеҙ һәр саҡ уңыр, Барыһы ла яҡшы булыр!”

Изге доғамИзге доғам
Изге доғам

Лилиә Һаҡмар

ИЗГЕ ДОҒАМ


Ҡаршы иҫһә әсе елдәр
Етеҙерәк мин атлайым,
Аһ-зарҙарҙы эскә йотоп,
Киреп күңел ҡанаттарын,
Бер доғамды ҡабатлайым:
“Барыһы ла яҡшы булыр,
һағыштарым, хәсрәт уҙыр,
Эштәребеҙ һәр саҡ уңыр,
Барыһы ла яҡшы булыр!”

Ҡунмаҫ ырыҫ-бәхет ҡошо
Һүнһә әгәр өмөт уты,
Заманалар ауыр, тимә,
Яҙмыш беҙгә һынау бирә.

Зәп-зәңгәр ҙә ал ҡояшлы
Күңгебеҙҙе болот баҫһа,
Аҡ донъяны ҡарайтмайыҡ,
Күҙ-йәш аша ҡабатлайыҡ:
“Барыһы ла яҡшы булыр,
Хәсрәттәрем, һағыш уҙыр,
Эштәребеҙ һәр саҡ уңыр,
Барыһы ла яҡшы булыр!”

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас