

Хикмәтле хикәйәт
Һәр нәмәнең боҙола торған сифаты бар. Кешеләр ҙә боҙолорға ғына тора. Исхаҡ ғәләйһис-сәләм тыуған кисте мең йондоҙ Ибраһим ғәләйһис-сәләм тәңгәленә килеп йыйыла. “Илаһи! Был нимәгә ишара?”-тип доға ҡыла Ибраһим. “Улың нәҫеленән мең пәйғәмбәр донъяға килер”,-тип Аллаһтан уға хәбәр бирелә.
Ә пәйғәмбәрҙәр бит улар халыҡ боҙола башлағанда ғына килә. Үҙенең ҡәрҙәше булған Лутты Ибраһим ғәләйһис-сәләм халҡы сиктән сығып боҙолоп бөткән Содом ҡалаһына ҡалдырып китә. Был халыҡ Аллаһтың барлығын да танымай, берлеген дә белмәй, улар ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү тигәнде бөтөнләй онотоп бөтә. Иблес ҡотҡоһона бирелеп, ирҙәре ирҙәр, ҡатындары ҡатындар менән тора башлай. Көн итеүҙәре аҙғынлыҡ һәм ҡомар уйындар, кәзә тәкәләрен һөҙөштөрөү, тәҙрәләрен япмай мунса инеү, күгәрсендәр менән уйнау кеүек әҙәмгә бер файҙа бирмәҫ ғәмәлдәргә бирелеп китеү менән мауығалар. Берәүһе бер бала һүрәтенә инеп хатта Иблестең үҙен өйөнә алып инә һәм күмәкләп уның үҙен мәсхәрәгә ҡалдырып сығаралар.
Ошо иң боҙоҡ ҡәүемде Лут ғәләйһис-сәләм 40 йыл буйы иманға өндәй, боҙоҡлоҡтарҙан баш тартырға саҡыра. Тик улар: “Әгәр ҙә хаҡ пәйғәмбәр булһаң, Аллаһтан ғазап алып кил”,-тиҙәр. “Илаһым! Мине үҙ-үҙенә һәм кешеләргә туҡтауһыҙ яуызлыҡ ҡылған был ҡәүемдән ҡотҡара күр!”-тип пәйғәмбәр доға ҡылды һәм уның был доғалары ҡабул булды.
Бер көндө Ябраил менән Микаилға үҙҙәре менән тағы ун фәрештә алып, Лут ҡәүемен юҡ итергә әмер бирелде. Кеше сүрәтенә инеп улар луттың ишеген ҡаҡты. Төндөң таңға ҡарай ауышҡан был ваҡытында пәйғәмбәр уларҙы ҡаршы алды һәм: “Егеттәр, зинһар урамға сыҡмағыҙ, беҙҙең ҡала мәлғүндәре ир-егеттәр менән боҙоҡлоҡ ҡылырға әҙер тора”,-тип иҫкәртте. Фәрештәләр быға бер ниндәй яуап бирмәне. Шул арала пәйғәмбәрҙең боҙоҡ ҡатыны батшаға хәбәр бирҙе: “Өйөбөҙгә бик тә зифа, бик тә йәш ун ике егет килде”.
Шул уҡ ваҡытта вәзире менән батша ла килеп етте. Өйгә инергә теләнеләр. “Эй, батша, ҡунаҡтар алдында мине рисуай итмәгеҙ, ана кәрәк булһа, ҡыҙҙарымды алығыҙ”,-ти пәйғәмбәр. “Һинең ҡыҙҙарыңда ни эшебеҙ бар? Һин бит беләһең: беҙгә ир-егеттәр кәрәк”,-тип өйгә үттеләр.
Батша Ябраил ғәләйһис-сәләм яғына ҡулдарын һуҙҙы. Изге Рух шул уҡ ваҡыт иҙәндән бер ус тупраҡ алып саҡырылымаған ҡунаҡтарҙың битенә һипте. Тегеләрҙә күҙҙәре торған урын да ҡалманы. “Лут сихырсылар алып килгән. Беҙҙе сихырланылар. Үҙеңде лә, ҡунаҡтарыңды ла иртәгә ҡот осҡос яза көтә”,-тип батша вәзирҙәр менән сығып китте. Ике мең ҡораллы һалдат өй эргәһендә һаҡта тороп ҡалды.
“Борсолма, Лут, беҙ – фәрештәләр. Был ҡалалар халҡын һәләк итергә бойоролдоҡ. Сәхәр ваҡытына тиклем балаларыңды ла, иманлы бәндәләрҙе лә ҡотҡарып ҡалырбыҙ. Иманға килмәгән ҡатының былар менән һәләк булыр”,-тинеләр.
Сәхәр ваҡыты еткәндә балалары һәм иманға килгәндәр менән бергә Лут ғәләйһис-сәләм ҡаланан сығып китте. Был төбәктә өс ҡала бар ине. Өсөһөн дә ере менән бергә күтәреп, Ябраил ғәләйһис-сәләм уларҙың аҫтын-өҫкә әйләндереп ҡуйҙы.
“Дин ул – нәсихәт” китабынан.