Дин һәм иман
30 Сентябрь 2022, 03:46

ЯҘМЫШТАРҘАН РИЗА БУЛАЙЫҠ

Бисмилла, тип иртән таң атҡаста  Рәхмәт әйтеп доға ҡылайыҡ.  Һөйөндөрөп, бер аҙ көйҙөрһә лә  Яҙмыштарҙан риза булайыҡ.    Бер-бер артлы һынау килгәндә лә,  Башты эймәй тура атлайыҡ.  Һәр кисергән әрнеү- ғазаптарҙан,  Яҙмыштарҙан риза булайыҡ.   

ЯҘМЫШТАРҘАН РИЗА БУЛАЙЫҠЯҘМЫШТАРҘАН РИЗА БУЛАЙЫҠ
ЯҘМЫШТАРҘАН РИЗА БУЛАЙЫҠ

Бисмилла, тип иртән таң атҡаста 

Рәхмәт әйтеп доға ҡылайыҡ. 

Һөйөндөрөп, бер аҙ көйҙөрһә лә 

Яҙмыштарҙан риза булайыҡ. 

 

Бер-бер артлы һынау килгәндә лә, 

Башты эймәй тура атлайыҡ. 

Һәр кисергән әрнеү- ғазаптарҙан, 

Яҙмыштарҙан риза булайыҡ. 

 

Шөкөр, Хоҙай беҙгә ғүмер биргән, 

Һаулыҡ биргән, шуны һаҡлайыҡ. 

Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай тиҙәр 

Булғанына риза булайыҡ. 

Гөлшат Дәүләтшина. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас