Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
23 Сентябрь 2022, 12:05

ТАЛАШМА!

Йә Рәсүлулла! Был кеше мин мине әрләгәндә һин тик кенә торҙоң, ә бына мин яуап ҡайтара башлағас, мине туҡтатаһың,-ти Әбү Бәкер...

ТАЛАШМА!
ТАЛАШМА!

Талашма!

Көндәрҙән бер көндө берәү килеп, Әбү Бәкер Әс-Ситдыҡты насар һүҙҙәр менән һүгә башлай. Әбү Бәкер уға бер ни өндәшмәй. Уның артында Аллаһ илсеһе тик кенә тыңлап тора. Теге кеше туҡталып ҡалғас, Әбү Бәкер үҙе быны һүгә башлай.

Пәйғәмбәребеҙ урынынан күтәрелә:

- Туҡта, Әбү Бәкер,-ти ул бик асыуланып.

- Йә Рәсүлулла! Был кеше мин мине әрләгәндә һин тик кенә торҙоң, ә бына мин яуап ҡайтара башлағас, мине туҡтатаһың,-ти Әбү Бәкер.

- Эй, Әбү Бәкер! Ул кеше һине һүккән ваҡытта һинең артыңда фәрештә торҙо, ә уның артында иблес баҫып тора ине. Ул туҡтап, һин уға яуап ҡайтара башлағас, фәрештә менән иблес урындарын алмаштырҙы. Һинең артыңа иблес килеп баҫҡандан һуң мин, әлбиттә, һине туҡтаттым. Сөнки һинең бөтә эшең иблестең ҡотҡоһо һәм үәсүәсәһе була ине,-ти.

Бер-беребеҙгә ҡарата түҙем һәм сабыр була белмәй башланың икән, араға иблес килеп ингән тигән һүҙ. Ата-бабалар әйткән бит: иблесте күрәһең килһә, асыуланған ваҡытыңда көҙгөгә ҡара.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: