Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
23 Сентябрь , 16:00

Иң ләззәтле урыны

Бер ваҡыт: “Бер ҡуй һуйып, уның иң ләззәтле еренән ике ҡалъя бешереп килтер”,-тип Лоҡман-Хәкимгә бойора Дауыт ғәләйһиссәләм. Ҡуйҙы һуйып, Лоҡман-Хәким теле менән йөрәген бешереп килтерә...

Иң ләззәтле урыны
Иң ләззәтле урыны

Бер ваҡыт: “Бер ҡуй һуйып, уның иң ләззәтле еренән ике ҡалъя бешереп килтер”,-тип Лоҡман-Хәкимгә бойора Дауыт ғәләйһиссәләм. Ҡуйҙы һуйып, Лоҡман-Хәким теле менән йөрәген бешереп килтерә.

Икенсе тапҡыр Дауыт ғәләйһиссәләм , ҡуйҙың иң ләззәтһеҙ еренән ике ҡалъя ит бешереп килтерергә бойора. Лоҡман-Хәким тағы ла ҡуйҙың теле менән йөрәген бешереп килтерә.

Быға аптырап ҡалған Дауыт:

- Иң ләззәтле ерен тигәндә лә, иң ләззәтһеҙ ерен теләгәндә лә теле менән йөрәген бешереп килтерҙең. Быны нисек аңларға?-тип хикмәт эйәһенә һорау бирә.

- Эй, Рәсүлулла! - ти Лоҡман-Хәким. -Тәндең ләззәтле ере лә, ләззәте бөтөнләй булмағаны ла – ошо ике нәмә. Был ике ағзаһы яҡшы булһа, кеше лә – яҡшы, яман булһа, ул да – яман.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в