Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
14 Сентябрь 2022, 14:40

Йортҡа, нигеҙгә доға ҡылып, теләк теләү

"Аллааһүммә раббәнәә әңзилнәә мүңзәләм мүбәәракә үә әңтә хайруль мүңзилиинә раббәнәә әәтинә фиддүньйәә хәсәнәтә үә фил әәхыйрати хәсәнәтә үә кы-йнәә гәзәәбә ннәәр." Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Аллааһүммә раббәнәә әңзилнәә мүңзәләм мүбәәракә үә әңтә хайруль мүңзилиинә раббәнәә әәтинә фиддүньйәә хәсәнәтә үә фил әәхыйрати хәсәнәтә үә кы-йнәә гәзәәбә ннәәр.

Әй, рәхимле, шәфкатле Раббым, еирҙәр ҙә, күктәр ҙә Һинең әмереңә бойһона! Бөтен һөйөнөстәр һәм хәсрәттәр Һинең ҡулыңда! Әй, Раббым, теләгән бәндәләреңә һәм теләгән ерләргә Һин бәрәкәттәр иңдерәһең! Теләһәң, ул бәрәкәттәрҙе ала ла алаһың. Әй, Раббым, ошо нигеҙҙәргә бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды һәм саклы фәрештәләреңде иңдер. Ошо нигеҙҙә йәшәүсе бәндәләреңдең тәндәренә — сихәт, йәндәренә — тыныслык, ҡәаберҙәренә һиҙиәт нурын иңдер һәм араларына өлфәт мәхәббәттәр насип ит. Әй, Хафиз булған Аллаһ, уларҙың нигеҙҙәрен һәм үҙҙәрен күҙҙәр күрә алған һәм күрә алмаған бөтен насарлыҡтарҙан һаҡла! Бигрәк тә ут бәләләренән, һыу баҫыуҙарҙан, ел-дауылдарҙан, ҡараҡтарҙың насар эштәренән һаҡла! Ошо нигеҙҙәрендә һөйөнөп, шатланып, киң ризыҡлар мелән ризыҡланып, оҙон ғүмерҙәрйәшәүгә насип ит.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: