Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
4 Сентябрь 2022, 14:15

Хәтерҙә тотор хикмәт

Ҡайһы бер мосолмандарҙың: “Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп ҡылған доғаларыбыҙға ни эшләп беҙ бер яуап та алғаныбыҙ юҡ”,-тип зарланғандарға, дин ғалимдарының береһе Ибраһим ибн Әҙһәм фәһемле яуап бирә...

Хәтерҙә тотор хикмәт
Хәтерҙә тотор хикмәт

Ҡайһы бер мосолмандарҙың: “Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп ҡылған доғаларыбыҙға ни эшләп беҙ бер яуап та алғаныбыҙ юҡ”,-тип зарланғандарға, дин ғалимдарының береһе Ибраһим ибн Әҙһәм фәһемле яуап бирә:

“Ун төрлө нәмә айҡанлы, һеҙҙең күңелдәр үлеккә әйләнгән. һеҙ Аллаһ тураһында белдегеҙ, әммә Уға буйһона белмәнегеҙ; һеҙ Аллаһ илсеһе тураһында белдегеҙ, әммә уның сөннәтенә эйәрә белмәнегеҙ; һеҙ Ҡөрьән менән таныштығыҙ, әммә уның бойороуҙары һәм тыйыуҙары талап иткәнсә йәшәргә тырышмайһығыҙ; Аллаһ биргән игелектәрҙән һеҙ көс алып ҡына тораһығыҙ, әммә улар өсөн шөкөр тигән нәмәгеҙ юҡ; һеҙ Йәннәттәр тураһында ишетеп белдегеҙ, әммә унда инергә ашығып бармайһығыҙ; һеҙ Йәһәннәм уты тураһында ишетеп белдегеҙ, әммә унан ҡасып китергә ашыҡмайһығыҙ; һеҙ шайтандың кем икәнен белдегеҙ, әммә уға ҡаршы торор урынға, уның менән уртаҡ тел таптығыҙ; һеҙ үлем килерен белдегеҙ, әммә уға әҙерләнергә кәрәк булыуын аңламанығыҙ; һеҙ мәрхүмдәрегеҙҙе ерләп йөрөйһөгөҙ, әммә унан бер ниндәй һабаҡ алғанығыҙ юҡ; йоҡонан уянып, һеҙ кешенең етешһеҙлектәрен тикшерә башлайһығыҙ, ә үҙегеҙҙә булған кәмселектәр тураһында уйланырға ваҡытығыҙ ҙа юҡ. Шулай булғас, һеҙҙең доғаларға ниндәй яуап булһын?”

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: