Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
26 Август 2022, 18:00

ХӘҘИС-ШӘРИФТӘР

Көнсөллөк үсе булған кеше бәндәгә файҙа килтерерлек эшкә бирелә алмай. Сөнки күңел бит ул ҡапма-ҡаршылыҡлы ике нәмәне һыйҙырыр дәрәжәлә түгел.

ХӘҘИС-ШӘРИФТӘР
ХӘҘИС-ШӘРИФТӘР

Хәҙис-шәрифтәр

Көнсөллөк үсе булған кеше бәндәгә файҙа килтерерлек эшкә бирелә алмай. Сөнки күңел бит ул ҡапма-ҡаршылыҡлы ике нәмәне һыйҙырыр дәрәжәлә түгел.

Тормошта төрлө хәлдәр булып тора. Көндәрҙең береһе уңыш килтерә, икенсеһе – бөтөнләй уға ҡаршы. Көндәр һинең яҡта булғанда һоҡланырға ашыҡма, һинең яҡта булмағанда зарланып, һыҡрап йөрөмә.

Уйланырға юл күрһәткән хикмәтле һүҙҙәр ярҙамы менән йәнегеҙгә тынғылыҡ һәм ял бирегеҙ, сөнки арығанда зәҡифләнергә генә торған тән кеүек, йән дә арый.

Ысын аҡыл эйәһе телмәр тотҡанда ла күп һөйләмәҫ.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: