Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
4 Августа 2022, 05:25

Хөрәфәттәргә ышанмайыҡ!

Намаҙҙың фарыз икәнен белһәләр ҙә, уны уҡымайҙар, Аллаһтың язаһынан ҡурҡмайҙар, ә ниндәйҙер ҡара бесәйҙе күреү менән ҡоттары алына. Түштәрендә лә, өйҙәрендә лә, машиналарында ла бетеү эленгән. Тимәк, тормошта ҡара бесәйҙәрҙән, буш биҙрәләрҙән, “бәхетһеҙ” һандарҙан һаҡ булып йөрөһәң, бәлә-ҡаза килмәһен өсөн бетеүең булһа – шул еткән, тип уйлайҙар. Ибраһим ғәләйһиссәләм халыҡ табынған һындарҙы ҡыйратҡан кеүек, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с теге йәки был әйберҙең сихри көсө хаҡында фараздарҙы бер-бер артлы ватып-емереп торған. “Ырымдарға ышаныу – мәжүсилектең бер билдәһе”, - тигән ул...

Хөрәфәттәргә ышанмайыҡ!Хөрәфәттәргә ышанмайыҡ!
Хөрәфәттәргә ышанмайыҡ!

Хөрәфәттәргә ышанмағыҙ!

Әҙәм балаларын тура юлдан яҙҙырыу өсөн шайтан хәйлә ҡороуҙан, хөсөтлөк эшләүҙән туҡтамай. Шуға һаман да, мәжүсилек заманындағы кеүек, кешеләрҙең аңында йәшәү мәғәнәһенә ҡарата төрлө яңылыш уй-фекерҙәр йәшәй.

Аллаһы Тәғәлә беҙҙең арала наҙанлыҡ ғәләмәттәре булмаһын өсөн быуаттар дауамында бик күп пәйғәмбәрҙәрен ебәргән, китаптар индергән. Әҙәм балаһы тормошон фәҡәт хаҡ дингә ярашлы алып барырға тейеш. Әммә барыбер күптәр шик-шөбһәгә бирелә һәм ахырҙа дөрөҫ юлдан тайпыла. “Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһында өсөн генә барлыҡҡа килтерҙем. Уларҙан һис бер ризыҡ һорамайым һәм Мине туйҙырыуҙарын да теләмәйем”, -тигән Аллаһы Тәғәлә “Ҡөрьәни-Кәримдә” (“Әз-зәриәт” сүрәһе, 56-57-се аяттар).

Эйе, шунлыҡтан беҙ табыныуға мохтажбыҙ. Әгәр кеше динде, үҙенең йәшәү мәғәнәһен аңламай икән, ул нимәгә булһа ла ғмбәҙәт ҡыла башлай. Ибраһим пәйғәмбәр пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. тормош юлы хаҡында уҡығанда ул дәүерҙә боттарға, йәғни төрлө һындарға табыныу киң таралғанын күрәбеҙ. Утҡа, йәнлектәргә һәм ҡоштарға ғибәҙәт ҡылыусылар булған. Бөгөн иһә Ҡөрьәнде ябай телефон аша табып, үҙ телеңдә уҡып, йәки тыңлап сығыу мөмкинлеге бар. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәргә дөрөҫ юл бер нисек тә күренмәй. Кеше һәр саҡ еңеллеккә ынтыла, кеше ял тураһында күберәк уйлай һымаҡ. Әгәр улай булмаһа, машиналар ҙа, компьютерҙар ҙа, төрлө роботтар ҙа кәрәкмәҫ ине. Әлхәмдүлилләһ, хәҙер Аллаһы Тәғәләнең ниғмәте булған ошо технологиялар тормошто еңеләйтте, ваҡыбыҙ етерлек.Тик буш сәғкәттәрҙе ғибәҙәткә, ғилем алыуға, файҙалы эштәргә сарыф итеү урынына кешеләр күберәк йоҡлай, мәғәнәһеҙ уйындар, телевизор ҡарау, йыр тыңлау менән мауыға, ғәйбәт һата.

Намаҙҙың фарыз икәнен белһәләр ҙә, уны уҡымайҙар, Аллаһтың язаһынан ҡурҡмайҙар, ә ниндәйҙер ҡара бесәйҙе күреү менән ҡоттары алына. Түштәрендә лә, өйҙәрендә лә, машиналарында ла бетеү эленгән. Тимәк, тормошта ҡара бесәйҙәрҙән, буш биҙрәләрҙән, “бәхетһеҙ” һандарҙан һаҡ булып йөрөһәң, бәлә-ҡаза килмәһен өсөн бетеүең булһа – шул еткән, тип уйлайҙар. Ибраһим ғәләйһиссәләм халыҡ табынған һындарҙы ҡыйратҡан кеүек, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с теге йәки был әйберҙең сихри көсө хаҡында фараздарҙы бер-бер артлы ватып-емереп торған. “Ырымдарға ышаныу – мәжүсилектең бер билдәһе”, - тигән ул.

Эйе, һис шикһеҙ, бөтә нәмәнең Аллаһы Тәғәлә ихтыярында булыуын инҡар итеп, ниндәйҙер ырымдарҙан ҡурҡыу, уларға иғтиабр итмәһәм, яза алырмын, тип уйлау – ширектең бер төрө. Ундай фекерҙәрҙән һаҡланырға кәрәк, сөнки гонаһҡа батасаҡһың, иманыңдан яҙасаҡһың. “Аллаһ Үҙенә тиңдәш тотоуҙы ярлыҡамай, әммә унан бәләкәйерәк гонаһтарҙы теләгән кешеһенә ғәфү итә. Аллаһҡа тиңдәш тотҡан кеше оло ялған уйлап сығарған була”, -тиелә “Ҡөрьән”дә (“Ән- Ниса” сүрәһе, 48-се аят).

Хөрәфәттәргә ышаныу хәҙер күп кенә урындарҙа халыҡтың йолалалары менән ҡатнашып киткән. Әйтәйек, туй мәлендә кейәү менән иклен берәй шишмә буйына барып, шунан һыу эсә лә “бәхетле тормош” хаҡына тәңкәләр һибеп ҡалдыра, ағас ботағына таҫма бәйләй йәки йоҙаҡ элеп ҡуялар.Яҡшылыҡҡа өмөт итеп һауыт-һаба ярыуҙар, сәскә ташлауҙар, ут тирәләй бейеүҙәр ҙә булғылай. Кеше тыуғанда ла, ғаилә ҡорғанда ла, яңы өйгә сыҡҡанда ла, үлгәндә лә үтәлә шуның һымаҡ шарттар.

Улай ярамай бит, бына ошолай була”, тип өйрәтергә әүәҫ бөтәһе лә. Ә ни өсөн икәнен бер кем дә белмәй, сөнки ул йолаларҙың нигеҙе юҡ. Шулай уҡ киң таралған астрология, хиромантия кеүек нәмәләрҙең дә асылын берәйебеҙ аңлатып бирә аламы?

Күп кенә ғилемдәрҙе Аллаһы Тәғәлә беҙҙең харам тип билдәләгән, шуға уларҙы тикшереүҙән генә түгел, телгә алыуҙан да хаҡ булырға кәрәк. Йондоҙнамәләргә, күрәҙәселәргә ышаныу, сихырсыларҙан ярҙам һорау киң таралды үәҙер. Дауаланам тип “әүлиә ҡәберҙәре”нә, “изге шишмәләр”гә йөрөүселәр күп. Ҡайһы берәүҙәрҙе балаларының енесе ҡәнәғәтләндермәй, шунлыҡтан “тылсым эйәһе”нә баралар. Мәҫәлән, гепл малайҙары тыуып торһа – ҡыҙ, ҡыҙҙары тыуһа – малай теләйҙәр, ти. Ир менән ҡатын, ниндәйҙер “мөғжизәүи” мәлдәрҙе билдәләп, шул ваҡычтта ғына бергә йоҡларға тейеш, имеш. Йәки яҫтыҡ аҫтына балта һалырға тәҡдим итәләр. Ниндәй ахмахлыҡ был?!Наҙанлыҡтың да наҙанлығы!

Мәжүси халыҡтар кеүек, әллә ниндәй туҙға яҙмаҫлыҡ йолалар аша киләсәкте белергә, хатта уны үҙгәртергә маташабыҙ. Ә үҙебеҙ Африканың ҡырағай ҡәбиләләре йәки Чукотка шамандары тураһында кинолар ҡарап, уларҙан көлгән булабыҙ...

Уйланайыҡ, иманға киләйек, Аллаһ әйткәндәрен үтәйек, йәмәғәт.

Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас