+9 °С
Ясно


Үҙ ғаиләһе өсөн Аллаһ юлында тырышҡан кеше хаҡында хәҙис-шәрифтә былай тиелгән:
“Әгәр бер егет оло йәштәге ата-әсәһенә кәрәкле әйберҙәр алыр өсөн хеҙмәт итһә, ул – Аллаһ юлында.
Әгәр ул бәләкәй генә балаларын ашатыр өсөн хеҙмәт итһә, ул, шулай уҡ, Аллаһ юлында.
Әгәр ул үҙенә ризыҡ алыр өсөн һәм башҡаларға мохтаж булмаҫ өсөн хеҙмәт итһә, ул – Аллаһ юлында”.
Хаҡ мосолман башҡалар өсөн артыҡ йөк булырға тейеш түгел. Ул һәр эште еренә еткереп башҡарырға тейеш һәм үҙе башҡара алмаған, белеме етмәгән эшкә тотонорға тейеш түгел.