Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
22 Июля 2022, 04:50

ЙОРТ-ЕРГӘ ҠЫЛЫНА ТОРҒАН ДОҒА

Аллааһүммә раббәнәә әңзилнәә мүңзәләм мүбәәракә үә әңтә хайрүл мүңзилиинә раббәнәә әәтинә фиддүньйәә хәсәнәтә үә фил әәхирати хәсәнәтә үә ҡи-йнәә ғәҙәәбә ннәәр... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Аллааһүммә раббәнәә әңзилнәә мүңзәләм мүбәәракә үә әңтә хайрүл мүңзилиинә раббәнәә әәтинә фиддүньйәә хәсәнәтә үә фил әәхирати хәсәнәтә үә ҡи-йнәә ғәҙәәбә ннәәр.

Әй, рәхимле, шәфҡәтле Раббым, ерҙәр ҙә, күктәр ҙә Һинең әмереңә буйһона! Бөтә һөйөнөстәр һәм хәсрәттәр Һинең ҡулыңда! Әй, Раббым, теләгән бәндәләреңә һәм теләгән ерҙәргә Һин бәрәкәттәр иңдерәһең! Теләһәң, ул бәрәкәттәрҙе кире ала ла алаһың. Әй, Раббым, ошо нигеҙҙәргә бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды һәм һаҡсы фәрештәләреңде иңдер. Ошо нигеҙҙә йәшәүсе бәндәләреңдең тәндәренә — сихәт , йәндәренә — тыныслыҡ, йөрәктәренә һиҙәәт нурын иңдер һәм араларына өлфәт мәхәббәттә р насип ит. Әй, Хафиз булған Аллаһ, уларҙың нигеҙҙәрен һәм үҙҙәрен күҙҙәр күрә алған һәм күрә алмаған бөтә насарлыҡтарҙан һаҡла! Бигерәк тә ут бәләләренән, һыу баҫыуҙарҙан, ел-дауылдарҙан, ҡараҡтарҙың насар эштәренән һаҡла! Ошо нигеҙҙәрендә һөйөнөп, шатланып, киң ризыҡтар менән ризыҡланып оҙон ғүмерҙәр йәшәүҙәрен насип ит.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

ЙОРТ-ЕРГӘ ҠЫЛЫНА ТОРҒАН ДОҒА
ЙОРТ-ЕРГӘ ҠЫЛЫНА ТОРҒАН ДОҒА
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас