Дин һәм иман
14 Июля 2022, 10:20

Мосолман ир ниндәй булырға тейеш?

Ир-егет кәләшкә иң иманлы ҡыҙҙы һайларға тейеш, сөнки ныҡ тәҡүәле ҡатын алыу – имандың яртыһы, оло бәхет ул. Ир ҡатынына һәм балаларына ислам динен өйрәтергә бурыслы, сөнки бының өсөн ул Ҡиәмәт көнөндә яуап бирәсәк...

Мосолман ир ниндәй булырға тейеш?Мосолман ир ниндәй булырға тейеш?
Мосолман ир ниндәй булырға тейеш?

Аллаһы Тәғәлә Үҙ мөғжизәһе менән атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмде бар ҡылған. Беҙ, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләр, унан башланғс алғанбыҙ. Ул ергә төшөрөлгән тәүге пәйғәмбәр була. Әйтергә кәрәк, ер йөҙөнә килгән барлыҡ пәйғәмбәрҙәр ҙә ир затынан. Уларға бына шундай оло бурыс йөкмәтелгән.

Мосолман ир ниндәй булырға тейеш? Ул тәү сиратта Аллаһҡа ныҡ ышанған, ислам ҡанундарын яҡшы белгән, иманлы мөъмин булырға тейеш. Ата-әсәһенә , туғандарына, ололарға оло ихтирамлы, ярҙамсыл ул. Йәше еткәс, балиғ булғас, өйләнергә бурыслы. Ғаилә ҡороу Аллаһ ҡушыуы буйынса бойоролған. Ошо хаҡта Аллаһы Тәғәлә “Нур” сүрәһендә әйтеп үтә. Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с үҙенең хәҙисендә “Никах – минең сөннәтем, кем минең сөннәтемде инҡар итә, ул кеше өммәттән түгел”, тип белдерә.

Мосолман ире йәһүд йәки христиан ҡыҙына өйләнә ала, әммә ул мотлаҡ Аллаһҡа ышанған ҡыҙ булырға тейеш. Ә мәжүсигә, атеистҡа өйләнеү тыйыла. Мосолман ирҙәренә дүрт ҡатын алыу рөхсәт ителгән. Әммә уларҙы матди һәм рухи яҡтан тулыһынса тәьмин итергә бурыслы.

Ир-егет кәләшкә иң иманлы ҡыҙҙы һайларға тейеш, сөнки ныҡ тәҡүәле ҡатын алыу – имандың яртыһы, оло бәхет ул. Ир ҡатынына һәм балаларына ислам динен өйрәтергә бурыслы, сөнки бының өсөн ул Ҡиәмәт көнөндә яуап бирәсәк.

Тәрбиә бала тыуғандың тәүге көнөнән башлана. Атай баланың ҡолағына шыбырлап аҙан әйтә, сабыйҙың да беренсе ишеткән һүҙе “Аллаһ” булырға тейеш. Шулай уҡ балаға матур һәм мәғәнәле мосолман исеме ҡушыу фарыз. Малай тыуһа, ике һарыҡ ҡорбан итеп салына. Ир бала бәләкәй сағында уҡ сөннәткә ултыртыла.

Мосолман ир-егет ғаиләһен матди яҡтан тулыһынса тәьмин итергә, хәләл юл менән ризыҡ табырға бурыслы. Ҡатын-ҡыҙ иһә үҙ аҡсаһын үҙе тотона, әгәр теләһә, ғаилә сығымдарына бүлә ала. Мөъмин ир ҡатыны менән йомшаҡ мөнәсәбәттә, йәғни һәр яҡлап хәстәрлекле, түҙемле булырға тейеш.Уның кейеменә, һаулығына, туғандарына иғтибарлы, ихтирамлы булыуы күҙ уңында тотола.

Ирҙәргә ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөнә һәм ҡул суҡтарына ғына күҙ һалыу рөхсәт ителә. Дин буйынса, ул үҙенең ҡатынының ҡулынан ғына тота ала, ә башҡа ҡатын-ҡыҙға ҡағылырға рөхсәт ителмәй. Урамда йөрөгәндә лә ирҙәр яңылыш берәй гүзәл затҡа ҡараһа, тиҙ генә ҡарашын икенсе яҡҡа борорға тейеш.Икенсе тапҡыр күтәрелеп ҡарарға ярамай.

Ирҙәрҙең кендегенән алып тубығына тиклем ере ғәүрәт иҫәпләнә. Ошо кимәлгә ҡатындарға ла, ирҙәргә лә ҡарау тыйыла.Ғөмүмән, мосолмандар Ҡөрьәнгә һәм хәҙистәргә таянып донъя көтә.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. нисек йәшәгәнен, ҡатындары менән ниндәй мөнәсәбәттә булғанын, кешеләр менән ҡайһылай аралашҡанын, һатыу, сәйәси һәм башҡа эштәрҙе нисек алып барғанын өлгө итеп, бөтәбеҙ ҙә шулай йәшәргә ынтылырға тейеш.

Мосолмандарға ғилем алыу, Ватанды һаҡлау бурысы ла фарыз.Һәр йома намаҙына йөрөү фарыз. Ирҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙарҙан айырмалы рәүештә, намаҙҙа аҙан, ҡамәт әйтеү, мәсеттә имам булыу, балаларға исем ҡушыу, никах уҡыу, мәрхүм-мәрхүмәләргә йыназа уҡып ерләү йолалаларын йөкмәтелгән.

Ирҙең ҡатыны мәрхүмә булһа, уға уны йыуыу рөхсәт ителмәй, сөнки мәрхүмә булыу менән уларҙың никахы боҙола, тип иҫәпләнә. Ә ире мәрхүм булһа, уны йыуындырырырға кеше булмаһа, ҡатыны был эште башҡара ала.

Диндә ирҙәр ныҡ тәҡүәле, изгелекле булып йәшәп, мәрхүм булғандан һуң, ожмахҡа инһәләр, унда уларҙы һылыуҙарҙан-һылыу хур ҡыҙҙары ҡаршы аласағы тураһында әйтелгән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас