Дин һәм иман
8 Июля 2022, 13:30

Бөгөн ғәрәфә көнө

Бөгөнгө ғәрәфә көнө Аллаһ ҡөҙрәте менән йомаға тап килде. Был турала пәйғәмбәребеҙ былай тигән: - Ғәрәфә көнөндәге доға ― иң ҡөҙрәтлеһе. Был турала миңә тиклемге пәйғәмбәрҙәр ҙә әйтеп ҡалдырған.  لاَ إِلَهَ إِلاَّ اللَّهُ وَحْدَهُ لاَ شَرِيكَ لَهُ لَهُ الْمُلْكُ وَلَهُ الْحَمْدُ وَهُوَ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ قَدِيرٌ «Лә илаһа илләЛлаһ вәһдеһү Лә шәрикә ләһ, ләһү-л-мүлк вә ләһү-л-һамд вә һүвә ‘алә күлли шәййин ҡадир».

Бөгөн ғәрәфә көнөБөгөн ғәрәфә көнө
Бөгөн ғәрәфә көнө

Бөгөнгө ғәрәфә көнө Аллаһ ҡөҙрәте менән йомаға тап килде. Был турала пәйғәмбәребеҙ былай тигән:

- Ғәрәфә көнөндәге доға ― иң ҡөҙрәтлеһе. Был турала миңә тиклемге пәйғәмбәрҙәр ҙә әйтеп ҡалдырған. 

لاَ إِلَهَ إِلاَّ اللَّهُ وَحْدَهُ لاَ شَرِيكَ لَهُ لَهُ الْمُلْكُ وَلَهُ الْحَمْدُ وَهُوَ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ قَدِيرٌ

«Лә илаһа илләЛлаһ вәһдеһү Лә шәрикә ләһ, ләһү-л-мүлк вә ләһү-л-һамд вә һүвә ‘алә күлли шәййин ҡадир».

🔸Тахвид  һүҙҙәре булған был һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлағыҙ. 

Шулай уҡ тәҡбирҙе әйтегеҙ: 

الله أكبر الله أكبر لا إله إلا الله والله أكبر الله أكبر ولله الحمد

«Аллаһу әкбәр Аллаһу әкбәр, Лә илаһа илләЛлаһ-Ллаһ ВаЛлаһу әкбәр Аллаһу әкбәр валиЛләһи л-һамд».

🔸 Бөгөнғәл-аср намаҙынан һуң айырыуса был доғаға мөрәжәғәт итегеҙ. Бының өс сәбәбе бар: 
➊. Ғәрәфә көнө
➋. Йома көн 
➌. Ураҙалар тотҡан кегеләрҙең доғаһы Аллаһ тарафынан айырыуса ҡабул була торған.

▫️Пәйғәмбәр, айырыуса, ошо доғаны яратҡан:

رَبَّنَا آتِنَا فِي الدُّنْيَا حَسَنَةً وَفِي الْآخِرَةِ حَسَنَةً وَقِنَا عَذَابَ النَّارِ

«Раббана атина фи-д-дунья хәсәнатав-ва фил-әхирәти хәсәна ва ҡина ‘азаба-н-нар»

(Хоҙайыбыҙ, был донъяла һәм мәңгелек донъяла бар милектәрҙе бир, беҙҙе Тамуҡ утынан ҡурсала»).

Был бөйөк мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ!

Сығанаҡ: Телеграмм канал. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас