Дин һәм иман
2 Июля 2022, 04:40

Нимә ашарға рөхсәт?

Шуныһы билдәле, Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм ҡарбуз менән бергә өлгөргән финиктарҙы ла ашарға яратҡан һәм: “Быларҙың (финиктарҙың) әселеген тегенең (ҡарбуздың) һыуыҡлығы юҡҡа сығара”, – тип әйткән...

Нимә ашарға рөхсәт?Нимә ашарға рөхсәт?
Нимә ашарға рөхсәт?

Кешенең нимә ашауының бик мөһим икәнлеге тураһында яҙып тороу ҙа артыҡ – быныһын бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Аҙыҡ сәләмәтлеккә лә, матурлыҡҡа ла ҙур йоғонто яһай. Шуға ла Исламда айырып билдәләнгән йәшелсә-емеш бихисап. Мәҫәлән, ҡарбуз тураһында бер нисә хәҙис барлығы билдәле. Тик уларҙың дөрөҫмө-юҡмы икәнлеге хаҡында бәхәстәр тыуған. Шуныһы билдәле, Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм ҡарбуз менән бергә өлгөргән финиктарҙы ла ашарға яратҡан һәм: “Быларҙың (финиктарҙың) әселеген тегенең (ҡарбуздың) һыуыҡлығы юҡҡа сығара”, – тип әйткән.

Ҡарбуз һыуыҡ, еүеш һәм татлы. Ул эсте йомшартыу өсөн бик шәп, ашҡаҙан һәм эсәктәргә лә файҙалы. Ҡарбузды ашҡаҙан ҡыярҙан да тиҙерәк үҙләштерә. Был емеш бөтә аҙыҡ-түлек менән дә “дуҫ”. Шулай ҙа уны йылы килеш ашау файҙалыраҡ, әммә һалҡыны тәмлерәк шул! Һыуыҡ ҡарбузға саҡ ҡына имбир ҡушһаң, йылыһын ашағандағы кеүек үк һөҙөмтә булыуы ихтимал! Шулай уҡ мосолмандар ҡарбузды ашарҙан алда тәмләргә тырыша. Сөнки һуңынан ашау күңелде болғата.

Гранат. “Гранатты йомшаҡ урыны менән бергә ашағыҙ, сөнки ул ашҡаҙандың ситтәрен таҙарта”, – тип әйткәндәр боронғолар. Татлы гранат йылытыу һәм дымландырыу сифаттарына эйә, ашҡаҙан өсөн файҙалы. Был емеш тамаҡ, күкрәк һәм үпкәгә килешә, шулай уҡ йүткереүҙе лә еңеләйтә. Һуты ашҡаҙанды йомшарта һәм, ғөмүмән, организм өсөн һәйбәт туҡландырыу сараһы булып тора. Шулай ҙа “ашҡаҙанды йомшарта” тигәнде “эсте йомшартыу” менән бутарға ярамай. Гранат, киреһенсә, эс ҡатыуы менән йонсоғандарға бармай. Был емештең әселеге бәүел ҡыуығын тиҙерәк бушатырға ярҙам итә, бауырҙағы эҫелекте туҡтата. Шулай уҡ йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн тиңе булмаған ярҙамсы.

Бал менән гранат һуты ҡатнашмаһы эренләгән урындарҙы дауалай. Бигерәк тә уны күҙ эренләгәндә тамыҙыу һөҙөмтәле. Аңҡау боҙолғанда ла ошо һутты ауыҙҙа тотоп торорға кәрәк. Шулай уҡ бал менән ҡушылған гранат орлоҡтарын яман шеште дауалағанда ҡулланалар. Быларҙың бөтәһе лә – Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм айырып билдәләгән, мираҫ итеп әйтеп ҡалдырған сифаттар.

Виноград. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм ҡарбуз менән виноградты, ысынлап та, бик яратып ашаған. Изге Ҡөрьәндә был емеш алты тапҡыр иҫкә алына. Хоҙай Тәғәлә мосолмандарҙы көткән Ожмахта нимәләр буласағын һүрәтләгәндә лә уның хаҡында әйтеп үткән.
Виноград – өлгөрөп кенә еткән ваҡытында ла, өлгөрмәгәндә лә, киптерелгәс тә йыш ҡулланылған емештәрҙең береһе. Уның иң шәбе эре һәм һутлы була. Аҡ виноград ҡараһына ҡарағанда һәйбәтерәк һанала. Әммә икеһенең дә татлылығы бер кимәлдә. Ул инжир менән йөҙөм кеүек туҡлыҡлы. Әгәр орлоғон ташлап ашаһаң, эсте йомшарта. Шулай ҙа артыҡ күп ашарға ярамай – башты ауырттыра.

Баклажан. Уның ике – аҡ һәм ҡара төрө бар. Ғалимдарҙың күпселеге ҡараһына хәүеф менән ҡарай. Уларҙың фекеренсә, был йәшелсә геморрой, яман шеш кеүек ауырыуҙарға килтерә. Бынан тыш, ул биттең тиреһен йәмһеҙләй, ауыҙҙан насар еҫ сығыуға булышлыҡ итә. Ә инде аҡ баклажандың зыяны хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ. Ҡара баклажанды әҙерләгәндә иң тәүҙә уның әселегенән ҡотолорға кәрәк. Хәйер, Исламда әллә ҡасан билдәләнгән хәҡиҡәттәрҙе бөгөн дә онотмағандар – күпселек рецептар был йәшелсәнең әселеген бөтөрөүҙе күҙ уңында тота.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас