+22 °С
Ясно


-Яңы өйгә күсергә йыйынабыҙ. Бер танышым, яңы йортҡа ай үҫкән ваҡытта (ай календары буйынса) күсергә кәрәк, ти. Изге Ҡөрьән китабында был хаҡта бер нәмә әйтелмәгәнме?
-Яңы өйгә ҡайһы көндә күсһәң дә дөрөҫ була. Ай каледарының бында бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. Изге Ҡөрьән Кәримдә лә, пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә лә был турала әйтелмәгән. Мосолман кеше яңы өйгә күсә икән, яҡыдарын, дуҫтарын йыйып Ҡөрьән мәжлесе үткәрәләр. Ә инде мосолмандар йыйылһа, Аллаһының зикер, Аллаһының һүҙе булған Ҡөрьән Кәримде уҡып, уның мәғәнәһен аңлатып, дин тураһында һөйләп үтһәләр, нур өҫтөнә нур ғына булыр.
Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин.