+20 °С
Облачно
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рахмәтул-аһи үә бәрәкәтүһ! Сәләмләшеүгә мосолмандарҙа айырыуса иғтибар бирелә, улар, ғәҙәттә, бер -береһе именән ҡул бирешеп күрешә. "Ике мосолман ҡул бирешеп күрешкәндә, ҡулдары бер-береһенән айырылғанға тиклем уларҙың кескәй гонаһтарының барыһы ла ярлыҡаныр," - тигән Мөхәмәт, ғәләйһис-сәләм. Сәләм биреү 70 сауап менән бүләкләнә. Сауаптарҙың 69 сауап беренсе булып сәләм биргән кешегә, береһе генә сәләмгә яуап ҡайтарған кешегә була. Изге йомаларыбыҙ мөбәрәк булһын мосолман ҡәрҙәштәр! Сәләм биреп, сәләм алып йөрөгеҙ! Изге йома менән, ҡәрҙәштәр!
Фото интернеттан алынды.