Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
23 Мая 2022, 11:05

Атай, ярҙам ит!

Бер егет кәләш алған. Аҙна буйы туй мәшәҡәттәре менән йүгерекләп йөрөгән ул. “Мин бер үҙем өлгөрә алмайым, - тип атаһына мөрәжәғәт иткән егет. – Бына һиңә дуҫтарымдың исемлеге. Бөтәһенә лә шылтыратып туйыма саҡырып сыҡ әле”. “Ярай, улым, борсолма, эшләрмен, - тигән атаһы.Туй көнөндә егет атаһына үпкә белдергән:- Мин һинән бөтә дуҫтарыма ла шылтыратырға һораным бит...

Бер егет кәләш алған. Аҙна буйы туй мәшәҡәттәре менән йүгерекләп йөрөгән ул. “Мин бер үҙем өлгөрә алмайым, - тип атаһына мөрәжәғәт иткән егет. – Бына һиңә дуҫтарымдың исемлеге. Бөтәһенә лә шылтыратып туйыма саҡырып сыҡ”. “Ярай, улым, борсолма, эшләрмен, - тигән атаһы.

Туй көнөндә егет атаһына үпкә белдергән:
- Мин һинән бөтә дуҫтарыма ла шылтыратырға һораным бит.
- Мин шулай эшләнем, улым.
- Тик исемлектә 50 кеше ине, уларҙың 15-е генә килгән.
- Улым, мин бөтә 50 дуҫыңа ла шылтыраттым. Тик туйға саҡырманым, ә һинең тормошоңда проблема тыуҙы һәм дуҫтарҙың ярҙамы кәрәк, тинем. Һәм бөтәһен дә ошо сәғәттә ошо урынға йыйылырға һораным. Шуға ҡайғырма, һинең ысын дуҫтарың барыһы ла әле бында, - тип ҡосаҡлап алған атаһы.

Сығанаҡ: Зөһрә йондоҙ

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас