Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
5 Май 2022, 16:04

Мәсет- тәрбиә үҙәге

Ишмөхәмәтт ең "Нур. Иман" мәсете быйылғы Рамаҙан айында үҙенең әүҙем эшмәкәрлеге менән иҫтә ҡалды. Ураҙа ваҡытында ифтар мәжлестәре ойошторолдо.

Мәсет- тәрбиә үҙәге
Мәсет- тәрбиә үҙәге

Ишмөхәмәтт ең "Нур. Иман" мәсете быйылғы Рамаҙан айында үҙенең әүҙем эшмәкәрлеге менән иҫтә ҡалды. Ураҙа ваҡытында ифтар мәжлестәре ойошторолдо.
Уны мәктәп хеҙмәткәрҙәре башлап ебәрҙе. Һәм ул һәр йома һайын дауам итте. Ишмухаметовтар, Янышева, Йәрмөхәмәтов тар мәсеткә халыҡты ауыҙ астырыуға саҡырҙы. Байыштан беҙгә килен булып төшкән ҡыҙҙар (улар 12) артабанғы ифтар мәжлесен дауам итте. 

Ураҙа ғәйете байрамында ла халыҡ мәсеткә күпләп йыйылды. Сит тарафтарҙа йәшәгән егеттәребеҙ-- Әхмәров Илнур һәм Азамат, Ғәлин Илнур һәм Айнур, Раҡаев Илнур һәм Рифат, Арыҫланов Айнур һәм Альберт, Янышев Айҙар, Кәлимуллин Динар, Әбүбәкиров Сөләймән ауылдаштарына ҡорбан ашы ойошторҙо. Рамаҙан айындағы дини тәғлимәттең халыҡтың берҙәмлеге, иманлы булыу, дуҫлыҡ, туғанлыҡ ҡанундарын үтәүҙә мәсет тейешле урынды алыуы ҡыуаныслы.

Хазина Исҡужина. 

Мәсет- тәрбиә үҙәге
Мәсет- тәрбиә үҙәге
Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: