Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
2 Май 2022, 15:10

Хикмәтле хикәйәт

Бөтә төр насарлыҡтарға бирелеп, бөтә ғүмерен боҙоҡлоҡта үткәрә ул. Аллаһы Тәғәләнән ҡәһәрҙең был кешегә бер һүҙһеҙ килеп етерен тойоп һәм ҡурҡып, хатта ишек алдындағы ағас та ҡороп бөтә, уның гонаһ шомлоғонан үләндәр үҫмәҫ була...

Хикмәтле хикәйәт
Хикмәтле хикәйәт

Тирә-йүндә яманаты сыҡҡан бер яуыз кеше була. Бөтә төр насарлыҡтарға бирелеп, бөтә ғүмерен боҙоҡлоҡта үткәрә ул. Аллаһы Тәғәләнән ҡәһәрҙең был кешегә бер һүҙһеҙ килеп етерен тойоп һәм ҡурҡып, хатта ишек алдындағы ағас та ҡороп бөтә, уның гонаһ шомлоғонан үләндәр үҫмәҫ була. Көндәрҙән бер көндө боҙоҡлоҡ эшләп йөрөгән еренән ҡайтып килгәндә ул илап торған баланы күреп ҡала. Күңеле йомшарып уға ағастан бер ботаҡ өҙөп бирә. Бала илауҙан туҡтай. Баланың күңелен күрә белгәне өсөн Аллаһ был яуыздың бөтә гонаһтарын ярлыҡай, үҙенең һөйкөмлө бәндәләренең береһенә әйләндерә. Был хәлдән баҡсалағы ағас та йәшелеккә күмелә.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: