Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
2 Май 2022, 12:05

Хәҙис шәрифтәр

Һеҙгә һөйөнөс бирәм: үҙегеҙҙән һуң киләсәктәрҙе һеҙ ҙә һөйөндөрөгөҙ. Кем: “Ләә Иләһә илләл-лаһ! - Аллаһтан башҡа Илаһ юҡ!”-тип геуаһлыҡ бирә һәм шуға тоғро булып ҡала, шул йәннәткә инә...

Хәҙис шәрифтәр
Хәҙис шәрифтәр

Аллаһ бер кемгә лә – кешенең иманлы булыуына ла, күндәмлегенә лә мохтаж түгел. Аллаһҡа һәм үҙе кеүек кешеләргә бәндә үҙе мохтаж. Аллаһ кешеләрҙең хәҡиҡәтте аңлай белеүҙәрен генә теләй.

 

Аллаһ ризалығы өсөн тип уның ҡолдарына ҡарата тыйнаҡ була белгән кешене Аллаһ дәрәжәләрҙә юғары күтәрер.

 

Яҡшы һүҙ, бәндәләрҙең төрлө хаталарын ғәфү итә белеү битәрләй-битәрләй бирелгән саҙаҡанан яҡшыраҡ.

 

Һеҙгә һөйөнөс бирәм: үҙегеҙҙән һуң киләсәктәрҙе һеҙ ҙә һөйөндөрөгөҙ. Кем: “Ләә Иләһә илләл-лаһ! - Аллаһтан башҡа Илаһ юҡ!”-тип геуаһлыҡ бирә һәм шуға тоғро булып ҡала, шул йәннәткә инә.

 

Аллаһтан ҡурҡа белгән кешегә Ул бәләнән сығыу юлын да күрһәтеп бирә.

 

Хисап көнөндә хөкөмгә Беҙ кешеләрҙе үҙҙәренең пәйғәмбәрҙәре, имамдары, башҡа төрлө етәкселәре менән бергә саҡырырбыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: