Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
1 Май 2022, 15:20

Иртәгә - айыт!

Байрамға барғанда яҡшы итеп таҙарынырға, йыуынырға, еҫле май (мисек) һөртөргә һәм матур, бөхтә кейемдәрҙә барырға кәрәк. Ғәйет намаҙының алдынан да, унан һуң да бер ниндәй ҙә нәфел намаҙҙар уҡылмай...

Иртәгә - айыт!
Иртәгә - айыт!

Аллаһ рәсүле (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) Ураҙа ғәйете көнөнөң иртәнге намаҙын уҡығас, байрамға барғанда кешеләргә фитыр саҙаҡаларын байрам намаҙына ҡәҙәр таратып бирергә ҡушҡан. Иртәнге ашты ашамай (ғәҙәттә, бер нисә финик емеше) ғәйет намаҙына китмәгән (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан). Намаҙға бер юл менән барып, ҡайтҡанда икенсе юл менән ҡайтҡан (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан). Байрамға барғанда яҡшы итеп таҙарынырға, йыуынырға, еҫле май (мисек) һөртөргә һәм матур, бөхтә кейемдәрҙә барырға кәрәк. Ғәйет намаҙының алдынан да, унан һуң да бер ниндәй ҙә нәфел намаҙҙар уҡылмай (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан).

Аллаһ рәсүле (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) башта ике рәкәғәт байрам намаҙын уҡыған, унан һуң өгөт-нәсихәт итеп, халыҡҡа хөтбә һөйләгән. Ғәйет намаҙын уҡып таралышҡас, һәр береһе дуҫтарына, туғандарына йөрөшөп тәмле ризыҡтар әҙерләгәндәр һәм күңел асҡандар.

Илдар хәҙрәт ХӘЙРУЛЛИН

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: