Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
30 Апрель 2022, 12:20

Һеҙ һораған инегеҙ

Фытыр саҙаҡаһын түләп өлгөрәмме? Күпме түләргә? Төрлө ерҙә төрлө хәбәр ишетәм...

Һеҙ һораған инегеҙ
Һеҙ һораған инегеҙ

Башҡортостанда Рамаҙан айындағы түләүҙәр күләме (фытыр һәм зәҡәт нисәбе) билдәләнде. Республика мосолмандарының Диниә назараты хәбәр итеүенсә, 2022 йылда фытыр саҙаҡаһы түләү өсөн нисәб 58 000 һум (көмөш буйынса) тәшкил итә.

Түләүсенең финанс хәленә ҡарап, зәҡәттең минималь күләме ғаиләнең һәр ағзаһынан 150 һум була.

Фытыр саҙаҡаһын Рамаҙандың тәүге көнөнән алып ғәйет намаҙына тиклем таратырға мөмкин. Байрам намаҙына тиклем түләнгән фытыр зәҡәт була, ә унан һуңғыһы хәйер тип кенә иҫәпләнә.

Һаулығы буйынса ураҙа тота алмағандар фидиә саҙаҡаһы бирергә тейеш. Уның күләме Рамаҙан айының һәр көнө өсөн 250 һум күләмендә билдәләнә.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында белдереүҙәренсә, быйыл Рамаҙан айы 1 апрелдә башланды, ул 1 майҙа тамамлана. Ошо изге айҙа хаҡ мосолмандар көнө буйына, ҡояш байығансы, ашау-эсеүҙән тыйылып тора. Ураҙа тамамланғандан һуң икенсе көнгә — быйыл 2 майҙа — диндарҙар Ураҙа ғәйетен ҡаршылай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: