Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
28 Апрель 2022, 16:00

Хажиә көндәлеге

Йома. Бәлки, биш намаҙымды ла Ҡәғбәтулла янында уҡырға булыр. Икеһе ҡайтабыҙ. Душтан һуң автобуста ел һуҡҡан. Температурам күтәрелде, йөн ойоҡбаш, кофта кейеп йөрөйөм. Тышта +26С. Намаҙ араларында йөрөп килдем. Буш аҙыҡ таратҡан ергә барҙым...

Хажиә көндәлеге
Хажиә көндәлеге

Хажиә көндәлеге

Бисмиллаһи рәхмәни рәхим!

2014 йылда Акбар хаж үтәп ҡайтҡанда, тағы әсәйем өсөн инде хаж ҡылам, тип ниәтләгәйнем. Аллаға шөкөр Умра хаж үтәп ҡайтырға насип булды. Бының өсөн биш йыл аҡса йыйып барҙым: ай һайын пенсиянан бер мең һум һалып барҙым. Бынан тыш селтәр, картуф һаттым. Шулай итеп 40 мең һум аҡса йыя алдым. Тәүге барғанда бер ай Мәккәлә, Мәҙинәлә булдым, 165 мең һум түләнем.

Был юлы 15 көн һәм Мәскәүгә үҙең түләп бараһың. Болғар тур – эконом менән. Өйҙән үк был хажым тураһында көндәлек алып барырға уйланым. Шуға күрә алдан блокнот, ручка һалып алдым. Хажға йыйынғандарға кәрәге тейер һәм файҙаһы булыр тип уйлайым.

Хажға йыйыныуым тураһында Илшат хәҙрәткә (тәү барғанда ул етәксе ине) хәбәр иттем. Ул Айрат хәҙрәттең телефонын бирҙе. Миңә Үҙәк Диниә назаратына барырға, унда хаж өсөн 76500 һум түләргә, бынан тыш Мәскәүгә билет 5300 һум кәрәк булыуын әйтте.

15 ғинуар

Асҡарҙа йоҡланым.

16 ғинуар

Иртәнге туғыҙҙа такси менән Өфөгә юлландым. 15.30 сәғәттә Өфөлә Айнур хәҙрәттән билет һәм визаны алдым.

17 ғинуар

Аэропортҡа килдем, аҡсаларҙы долларға алмаштырҙым. Мәскәүгә теүәл ике сәғәт остоҡ.

18 ғинуар

00.15. Иртә килеп еткәс, 7 сәғәттән ашыу көтөргә тура килде. Өс кроссвордты сисеп бөттөм, өс гәзитте уҡыным. “Комсомольская правда” гәзитендә “Начхать на коронавирус” тигән мәҡәләне күреп, тәүге тапҡыр ковид хаҡында белдем. Етәксебеҙ Алишер хәҙрәт икән. Ул шылтыратып, төркөмөбөҙ йыйыла башланы.

20.07. Самолетҡа регистрация 22.00 сәғәттә була икән. Ярты сәғәткә һуңлап, төнгө берҙә остоҡ. Аллаға шөкөр! Имен-аман йөрөп ҡайтырға яҙһын тип доға ҡылабыҙ.

19 ғинуар

Иртәнге алтыла Джиддаға килдек. Барыһы 85 кешебеҙ. Өфөнән Эльмира шылтыратты: “Тәүгә барам, һеҙ икенсегә барғас, бергә йөрөрбөҙ. Телефон номерығыҙҙы Айнур хәҙрәт бирҙе”,-тине. Баймаҡ районынан Зөлхиә тигән ҡатынды улы алып килгән. Шулай итеп, Башҡортостандан беҙ дүрт кеше булдыҡ, ҡалғандары Мәскәүҙән, Пенза, Ульяновск һ.б. ҡалаларҙан. Етәкселәр ҙә Мәскәүҙән.

Ике автобус менән иртәнге туғыҙҙа Мәҙинәгә киттек. Алты сәғәт килдек. Бер хәҙрәт бар ғаиләһе менән килгән. Уның алты һәм һигеҙ йәштәге ике улы юл буйы тәлбиә, доға, аят уҡыны. Шул тиклем матур уҡыйҙар, хатта күҙгә йәштәр килә.

Мәҙинәлә.

Миңзәлә” ҡунаҡханаһының һигеҙенсе ҡатына урынлаштыҡ. Пәйғәмбәр мәсетендә тышта икенде, аҡшам уҡыныҡ. Эскә инергә һуңланыҡ, урын юҡ. Йәстүне бүлмәлә уҡыным.

20 ғинуар

5.00. Аҙан тауышы уятты. Тәһәрәтләнеп Пәйғәмбәребеҙ мәсетенә йүгерҙем. Намаҙҙы эстә, иң төптә уҡыным. Бүлмәләгеләрҙе һуңламаҫ өсөн көтөп торманыным. Сәй эсеп алғас, магазиндар буйлап йөрөнөк. Өйләгә ашығырға кәрәк. Сөнки һуңлаһаң урын ҡалмай, тышта уҡығы килмәй. Миңә таджик ҡатыны Мәүжидә эйәреп йөрөй, намаҙ өйрәнә, ҡағыҙҙан ятлай. Эльмира сос булып сыҡты, тиҙ арала барыһын да отоп, үҙе йөрөй башланы.

Икенде-йәстүҙән һуң ҡараңғы. Электр уты тышты бөтөнләй икенсе итә икән. Мәүжидә менән аҙаштыҡ. Сөнки ингән ишектән сығырға кәрәк, ә беҙ икенсе урындан сыҡтыҡ. Полиция машинаһы ҡунаҡханаға яҡын урында ҡалдырып китте. Бүлмәләгеләргә аҙашҡаныбыҙҙы әйтмәнек – оят. Мәүжидә – фәндәр докторы, мин дә наҙан түгел бит...

Иртәнге намаҙҙан һуң Ухуд тауына экскурсия булды. Пәйғәмбәр, сәхәбәләр, шәһиттәр зыяраты. Тышында доға уҡыныҡ, 30 минут булдыҡ. Ухуд тауы тотош вулкан ташынан тора, ҡап-ҡара яланғас тау. Фотоға төштөк. Элеккенән ныҡ үҙгәргән: баҙар, сауҙа. Финик баҙарын ҡараныҡ. Куба мәсетендә 2 рәҡәғәт намаҙ уҡыныҡ, духа намаҙы (40 минут). Өйләне ҡунаҡханаға ҡайтҡас уҡыныҡ. Иртәгә ихрамға инергә һәм Мәккәгә!

21 ғинуар

Таңғы биштә торҙоҡ та, тәһәрәт, ғөсөл һәм намаҙға йүгерҙек. Ашап торманыҡ, автобус етелә килә. Мәккә киттек. Куба мәсетендә хушлашыу намаҙы уҡыныҡ. Финик баҙарына 10 минутҡа инеп сыҡтыҡ. Барыһы ла ниҙер алды, мин дә еләк алып, автобустағыларҙы һыйланым. Ҡалғанын алып ҡайтырмын тигәйнем, эҫелә тиҙ боҙола икән. Көнө буйы автобуста барҙыҡ: тәлбиә, доғалар. Төнгө ун берҙә килеп еттек, ихрам кейҙек һәм Харам мәсетендәбеҙ. Аллаһыу Әкбәр. Лә-иллаһи иллалаһ! Ҡәғбәтуллаға ҡарап намаҙ уҡыныҡ. Таңғы алты тирәһендә йоҡларға йығылдыҡ. Тик туғыҙҙа уяндыҡ. Ресторанда ашаныҡ: йомортҡа, шәкәрле һөтлө вермишель ашы. Ғөсөл, өйлә, икенде. Һыу менән икмәк һәм аҡшам.

23 ғинуар

Иртәнге намаҙға автобусҡа һуңланыҡ. Эльмира такси яллап китте. Барыбер һуңлағандыр, өндәшмәне. Иртәнгене ашағас та тауафҡа киттек. Һәйбәт үтәнек. Өйлә, икендене уҡығандан һуң әҙерәк аҙаштыҡ. Ләкин Ҡөрьәнде буш биргән ергә барып сыҡтыҡ, алдыҡ. Йәстү, витр намаҙын бүлмәлә уҡыныҡ – тауаф арытҡан. Мәүжидәгә – 78, миңә тиҙҙән 75 йәш. Эльмира Ғәйшә мәсетенә барып, туғандарына тауаф өсөн ниәт эшләп килде.

24 ғинуар

Йома. Иртәнге намаҙҙы төрөктәр менән уҡыныҡ. Ҡәғбәтуллаға барыр өсөн автобусҡа таңғы биштә үк сығырға кәрәк икән. Шуға ике көн бындағы мәсеттә уҡырға тура килде. Ҡәғбәтулланан тура эфир алып барыла, шуны ҡараныҡ.

25 ғинуар

Абдулла хәҙрәт – гид. Юлда туҡтай-туҡтай барабыҙ:

- Пещера, где прятался пророк (Үрмәксе аяты, сүрә)

- Пещера, где пророк сидел 40 дней и где ему был спущен Коран – Нур тауы.

Күмәк кешеләр менеп бара ине, 3-4 км булалыр юлы. Беҙ ҡараныҡ ҡына. Менер өсөн үҙе бер көн кәрәк.

- Долина Арафат и гора.

Мин тауға мендем, 2 рәҡәғәт намаҙ уҡыным һәм иҫтәлеккә йөҙөк һатып алдым, фотоға төштөм.

26 ғинуар

Иртәнге намаҙҙы Харам мәсетендә уҡыным. Сәғит ҡусты өсөн тауаф, сәл үтәнем һәм Ҡара ташҡа ҡағылдым.

27 ғинуар

Иртәнге намаҙҙы Ҡәғбәтулла янында уҡыныҡ. Сәғәт туғыҙҙа Ҡыҙыл диңгеҙгә киттек. Бында бөтә экскурсиялар ҙа түләүле, теләгәндәр генә бара. Өйлә, икендене Әр-рахман мәсетендә уҡыныҡ. Диңгеҙҙә һыу төштөк.

28 ғинуар

Иртәнге намаҙҙан һуң ашап, яңынан Ҡәғбәтуллаға барып, Хәмит ҡустыға тауаф бағышланым. Маҡам Ибраһимда намаҙ уҡыным. 2 стенаны һыйпаным.

29 ғинуар

03.55. Аҙан уятты. Иртәнге намаҙға бер үҙем киттем. Эльмира. Мәүжидә Зөлхиә Ғәйшә мәсетенә тағы барабыҙ тип тороп ҡалды. Мин өлгөрөрмөн тип киттем һәм өлгөрҙөм. Мәрхүмдәргә умра-хаж өсөн Ғәйшә инәбеҙҙән рөхсәт кәрәк. Ике рәҡәғәт намаҙҙан һуң тура Әл-Харамға барҙыҡ. Мин атай-әсәйгә, ҡустыларға, Гөлфирәгә умра-хаж үтәнем. Өйләне тауафтан һуң Ҡәғбә мәсете эргәһендә уҡыным. 31 градус эҫе. Балалар илай. Ҡайтҡас дарыу эстем, сөнки ныҡ арыным.

31 ғинуар

Йома. Бәлки, биш намаҙымды ла Ҡәғбәтулла янында уҡырға булыр. Икеһе ҡайтабыҙ. Душтан һуң автобуста ел һуҡҡан. Температурам күтәрелде, йөн ойоҡбаш, кофта кейеп йөрөйөм. Тышта +26С. Намаҙ араларында йөрөп килдем. Буш аҙыҡ таратҡан ергә барҙым. Унда – һыу буйы сират. Ҡарап ҡына тора инем, берәү миңә фольгаға төрөп бешерелгән картуф, балыҡ бирҙе. Майикмәген бер бабайға бирҙем. Йәстүне лә уҡып ҡайттым. Мәүжидә мине эҙләп бөткән. “Һаман ҡайтмай, ауырый ине”,-тип борсолған.

1 февраль

Гөлназ смс-хәбәр менән ҡотлаған. Тыуған көн бит. Иртәнге намаҙҙы аҫта уҡыным. Хәл юҡ: йүткерәм, ОРЗ. Ҡалған намаҙҙарҙы Ҡәғбәтуллала уҡыным. Бушаған ваҡытта ҡалған аҡсаға ваҡ-төйәк алдым. Бүтәндәр ҙә сумка тултыра. Мин әҙерләнеп бөтөп яттым.

2 февраль

Автобуста 03.45-тә юлға сыҡтыҡ. Дубайға самолетта, унан артабан. Джиддала ныҡ тикшерәләр. Бәләкәй ҡайсым да, шешәгә тултырып алған диңгеҙ һыуын да алып ҡалдылар. Бер самолеттан икенсеһенә ҡабаландырып күптәрҙең нәмәләре онотолған. Мәскәүгә остоҡ. Онотолған нәмәләрҙе ебәргәндәр, ә минеке – юҡ. Бер таджиктың һыуы ҡалған, үҙе таможня үтә алмаған. Шуның һыуын миңә бирҙеләр. Багаж артыҡ булды. 2500 һум өҫтәп түләргә кәрәк булды. Минең 1500 һум. Мең һумын таджиктар түләне, үҙҙәре: “Саҙаҡа булыр, хажиә”,-тиҙәр. Ныҡ ярҙам иттеләр. Уларҙың хаждары ҡабул булһын! Инде Өфөгә осҡан самолетҡа ултырырға ҡалды. Өйҙәгеләргә шылтыраттым. Аллаға шөкөр! Хажымды үтәнем, Аллаһ ҡабул итһен. Амин!

Әйткәндәй, Мәскәүҙә самолеттан төшөрмәй ултыртып ҡуйҙылар. Роспотребнадзор кешеһе тепловизор менән барыбыҙҙы ла тикшереп, шунан ғына сығарҙылар. Шулай итеп, коронавирус икенсегә иҫкәртте. Аллаға шөкөр, хажымды үтәп, карантиинға тиклем ҡайтып өлгөрҙөм. Хатта Ҡәғбәтулла ла ябылды бит.

Ҡурҡыныс хәлдәр, үлгәндәр, ғәжәп хәлдәр тураһында яҙмайым. Улар һәр хажиҙың иҫендә һәм мәңге онотолмайҙыр ул...

Гөлдәр Әлибаева, 75 йәш.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: