Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
12 Апреля 2022, 07:30

Хаж сәфәре. Сәйәхәтнамә.

Алдағы ултырғыстарҙа ултырған ғәрәптәр араһында ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ ҡупты. Ҡыҙыу–ҡыҙыу һөйләшә башланылар. Күҙҙәре генә күренеп торған ҡап–ҡара кейемдәге ике ҡатын – ҡыҙ, береһе - йәш кенә, икесеһе олораҡ икәне күренеп тора. Улар урындарына ултырмай, уларҙан алда уҡ килеп ултырған ап–аҡ кейемле ғәрәп иренә нимәлер иҫбат итәләр. Арттарынан инеп килгән шундай уҡ ап–аҡ кейемдәге йәшерәк ир килеп ҡушылды был шау–шыуға. Уныһы стюардесса ҡыҙҙы саҡырып килтерҙе. Былар хәҙер уға нимәлер аңлата башланылар. Ултырған ир-егетте икенсе урынға күсереп, үҙҙәре өсәүләшеп, бергә ултырғас ҡына, тауыш баҫылды.Һуңынан ундай хәлдәргә йыш осрарға тура килде: аңлашылыуынса, был илдә ҡатын-ҡыҙҙарға сит ир–егеттәр менән йәнәш ултырырға шәриғәт ҡушмай икән... Тулыраҡ:

Ғәрәбстан ҡалаһы Мәҙинә.
Автобустан төштөк тә регистрацияға йүнәлдек, башҡалар тиҙ–тиҙ үтеп, таможня тикшереүенә күсте. Мин килгәндә, улар үтеп бөтөп, ҡайҙалыр таралышып бөткәндәр ине. Самолеттар күренгән яҡ ишеккә йүнәлдем. Үҙебеҙҙекеләрҙән бер кемде лә күрмәйем, берәүҙе лә танымайым. Бындағы халыҡ араһына инеп, барыһы ла буталды. Бер аҙ көткәндән һуң ғына, минең юлдаштарым йыйыла башланы. Бына, аэропорт йортонан сығып, автобустарға тейәлешеп, үҙебеҙҙең осҡос янына килеп туҡтаныҡ, ҡап–ҡара ғәрәптәр беҙҙең багаждарҙы тейәй. Бер–беребеҙҙе көтөп, әкрен генә самолетҡа күтәрелдек. Самолет артыҡ ҙур түгел. Халыҡтың күбеһе ғәрәп халҡынан ғибарәт.
Алдағы ултырғыстарҙа ултырған ғәрәптәр араһында ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ ҡупты. Ҡыҙыу–ҡыҙыу һөйләшә башланылар. Күҙҙәре генә күренеп торған ҡап–ҡара кейемдәге ике ҡатын – ҡыҙ, береһе - йәш кенә, икесеһе олораҡ икәне күренеп тора. Улар урындарына ултырмай, уларҙан алда уҡ килеп ултырған ап–аҡ кейемле ғәрәп иренә нимәлер иҫбат итәләр. Арттарынан инеп килгән шундай уҡ ап–аҡ кейемдәге йәшерәк ир килеп ҡушылды был шау–шыуға. Уныһы стюардесса ҡыҙҙы саҡырып килтерҙе. Былар хәҙер уға нимәлер аңлата башланылар. Ултырған ир-егетте икенсе урынға күсереп, үҙҙәре өсәүләшеп, бергә ултырғас ҡына, тауыш баҫылды.
Һуңынан ундай хәлдәргә йыш осрарға тура килде: аңлашылыуынса, был илдә ҡатын-ҡыҙҙарға сит ир–егеттәр менән йәнәш ултырырға шәриғәт ҡушмай икән.
Аръяғына Сәғүд Ғәрәбстанының Мәҙинә ҡалаһына өс сәғәт ярым осасаҡбыҙ. Бында ла таблонан күҙәтеп барыу мөмкинлеге бар. Аралаштырып, өҫтөнән осоп барған ерҙәрҙең һүрәте лә күренеп ҡала. Гел таулы урындарҙан һәм һыу ятҡылыҡтары өҫтөнән осабыҙ. Ғәрәп иленең өҫтөнән оҙаҡ ҡына остоҡ.Әйләнеп ҡайтҡас, картанан ҡараһам, ғәрәп иленең бирге сигенән арғы сигенәсә осҡанбыҙ икән: Мәҙинә менән Мәккә арғы яҡ сиктә урынлашҡан.
Оҙаҡ ҡына осһаҡ та , бер ҙә ялҡытманы. Самолетта ашатып-эсереп алдылар. Барыһы ла минең путевкаға ингәнгә күрә, артыҡ мәшәҡәте булманы.
Эргәмдә ултырған мәрйә ҡатын Ханты - Мансиҙан икән. Үҙе менән таныштырҙы: Лена исемле, 45 йәштәрҙә. Ул ашарға үҙе түләп, заказ менән алдырҙы. Артабан тегендә лә шулай уҡ булды. Башҡалар гел ҡайҙалыр кафеларҙа, ресторандарҙа ашап йөрөнөләр. Ә мин Мәҙинәлә лә, Мәккәлә лә отелдәге ресторанда туҡланып йөрөнөм. Швед өҫтәле: нимә теләйһең, күпме кәрәк, үҙең һалып алаһың да ашайһың. Ашау минең өсөн маҡсат түгел: күберәк зәм-зәм эсеп, емеш-еләк менән генә туҡланырға тырыштым.
Мәҙинәгә барып төшөү менән, мәсеттән артыҡ алыҫ булмаған ҡунаҡханаға урынлаштыҡ.
Мәҙинәләге ҡунаҡханала Казан ҡалаһынан Кафия ханым, Абдулла хәҙрәттең ҡатыны Әлфиә абыстай, тағы бер Ханты-Мансиҙан килгән Әлфиә һәм мин - дүртәүебеҙ бергә урынлаштыҡ. Бүлмәләр артыҡ иркен түгел, 3 кешелек бүлмәгә 4 карауат урынлаштырылған. Бар уңайлыҡтар ҙа бар, бөтә ерҙә таҙалыҡ. Өҫтәлдә сәй эсер өсөн барлыҡ нәмәләр ҡуйылған: сәйнүк, бокалдар, пакетлы сәй, емеш-еләк. Нисә көн торҙоҡ, бер ҙә сәй эсмәнем. Ҡатындар намаҙҙар араһында гәпләшә - гәпләшә сәй эсеп алалар. Абыстай беҙҙе алып йөрөп, ресторанды күрһәтте. Ундағы менюға ингән емеш– еләктең дә, йәшелсәләрҙең дә күбеһен тәүгә күреүем. Отелдә артыҡ кеше күп түгел, бөтөнләй сит милләт кешеләре. Беҙ уларға шулай күренәбеҙҙер инде...

Таңһылыу Йәнтүрина.

Дауамы бар.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас