Һигеҙенсе бүлек
Берләшкән Ғәрәп Эмиратында.
Алда - Берләшкән Ғәрәп Эмираты. Ул үҙенә ете әмирәтте берләштергән: Абу – Даби, Дубай, Шарджа, Аджман, Умм – Аль – Кувейн, Фуджейра һәм Рас – Аль – Хайма.
Уға 1971 йылдың 2 декабрендә нигеҙ һалынған.
Майҙаны – 83600 кв.км.
Халҡы – 9.5 млн.
Баш ҡалаһы – Абу – Даби.
Мәҙәни башҡалаһы - Шардж ҡалаһы. Беҙгә юл ошо ҡалаға.
Һауала биш сәғәт ярым осабыҙ. Һәр беребеҙ алдында табло. Унда ҡайҙа, нисә саҡрым, ниндәй илдәр, тауҙар, йылғалар аша осабыҙ, барыһы ла күренеп бара. Күҙәтеп барыуы ҡыҙыҡ. Ике сәғәт тирәһе осҡас, салон һиҙелерлек йылынды. Тәндәр яҙылып китте. Тәҙрә янында ултырғас һәйбәт, әлдән–әле ерҙе күҙәтеп барам. Болоттарға килеп инәбеҙ, асыҡ ергә килеп сығабыҙ... Таблонан һәм картанан ҡарап барғас, ниндәй ил, йә диңгеҙ өҫтөнән үткәндәребеҙҙе белеп барабыҙ. Шулай күҙәтеп барып, осоп килеп еткән һиҙелмәй ҙә ҡалды. Аэропортҡа килеп төшкәс, бында йылы ғына түгел, эҫе ине...
Беҙҙе ике газелгә ултыртып алып, ҡунаҡханаға алып барып төшөрҙөләр. Артыҡ ҙур булмаған йортта урынлашҡан ине ул. Икешәр урынлы бүлмәләргә ир-егеттәрҙе айырым, беҙҙе айырым урынлаштырҙылар. Теге ҡатын минең янға килеп баҫты ла:
- Мөмкин булса, безнең икебезне бер бүлмәгә урынлаштырсагыз иде? - тип, хәҙрәттән рөхсәт һораны. Ул:
- Әйҙә-әйҙә, апа ҡаршы булмаса, - тине. Мин ризалығымды белдереп, баш ҡаҡтым.
Беҙҙең һәр беребеҙгә пакет менән киске һәм иртәнге аш тараттылар. Бүлмәләрҙә сәйнүктәр бар ине, сәй ҡуйып ебәрҙек.
Кафия исемле булып сыҡты был ханым, Ҡазан ҡалаһынан икән. Ире ун йыл элек оло хаж үткән, әле ҡатынын умраға алып китеп барыуы. Бик алсаҡ ҡына ҡатын булып сыҡты Кафия. Барыһын да теҙеп һөйләне. Мин уны өндәшмәй генә тыңланым. Артыҡ күп һөйләһәләр, хәбәрҙе һөҙөп кенә тыңлау ғәҙәтем бар. Бөтәһен дә иҫләп бөтөү мөмкин дә түгел бит инде.
Киске намаҙға саҡырып, аҙан тауышы яңғыраны. Йәстү намаҙын уҡып алдыҡ. Иркен карауаттағы йомшаҡ постелгә ятып, әүен баҙарына сумғанымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Инде рәхәт, әйтерһең дә сәңгелдәккә килеп ятҡанбыҙ...
Иртәнге рәттә шундай матур итеп яңғыраған иртәнге аҙан тауышына уянып киттек. Күңелгә ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ моң тулғандай тойолдо. Әкиәт донъяһына килеп эләккәнбеҙме ни... Йыуынып, таҙарынып ятып йоҡлағанғамы, әллә башҡа сәбәп менәнме, тәндә иҫ китмәле еңеллек, рәхәтлек. Шундай йылы бында. Йылылыҡ һөйәктәребеҙгә тиклем үтеп ингәндер, ундай рәхәт йылы беҙҙә мунсала ғына булмаһа...
Иртәнге намаҙыбыҙҙы уҡып, сәй эсеп алыуға, беҙҙе саҡырып килеп еттеләр. Барыбыҙ ҙа йыйылып бөтөүгә, хәҙрәт автобусҡа ултыртып, аэропортҡа алып китте. Ҡала йәшеллек эсендә.
Бындағы ланшафт беҙҙәгенә һис тә оҡшамаған. Юл ситтәрендә эре–эре пальмалар үҫә, аралаш, төрлө төҫтәге сәскәгә күмелгән бейек-бейек ағастар күренә. Йомшаҡ ҡына йылы ел иҫә, рәхәтлектән бөтә тән кинәнә...
Шардж ҡалаһының аэропортына тиҙ генә килеп еттек, ул артыҡ ҙур түгел, Өфөнөкөнән байтаҡҡа ҡалыша. Ә бындағы милләт төрлөлөгө шунда уҡ күҙгә ташлана. Һирәк-һаяҡ русса һөйләшкәндәре ишетелеп ҡала.
Таңһылыу йәнтүрина.
Дауамы бар.