Бишенсе бүлек
Рәхмәт ишектәре асылды.
Ысынлап та, Ул миңә үҙенең рәхмәт ишектәрен асты... Артабан, әкиәттәгеләй, барыһы ла бер ниндәй ҡаршылыҡтарһыҙ, юлым еңел генә, ыңғай ғына булды. Аллаһу Тәғәләмә мең шөкөр, рәхәтләнеп йөрөргә, Хаж ғәмәлдәрен үтәп ҡайтырға насип булды...
02.10. Өфө аэропортында ағайымдың ҡыҙы һеңлем Роза мине ҡаршы алды. Барлыҡ мәшәҡәттәрҙе (ике тапҡыр вакцина эшләтеү, аҡсаларҙы алмаштырыу) бергәләп, мине кәрәк ерҙәргә машинаһында алып йөрөп эшләште. Өсөнсө көндө аэропортҡа алып барып, самолетта Мәскәү ҡалаһына оҙатып ебәрҙе.
06.10. Бына иртә менән мин тейешле ваҡытта Мәскәүҙә. Беҙ Домодедово аэропортында үҙебеҙҙең хажға барыусы группа менән осрашырға тейешбеҙ. Улар менән ватсап аша бәйләнештәбеҙ.
”Мәсеткә йыйылырға!” - тигән хәбәр килде. Кешеләрҙән һорашып-белешеп, өсөнсө ҡатта урынлашҡан мәсетте барып таптым.
Унда бер нисә ир-егет, күберәге ҡатын-ҡыҙҙар ине. Ирҙәр айырым, ҡатын–ҡыҙҙар айырым, мәсеткә инеп, иртәнге намаҙыбыҙҙы уҡып алдыҡ.
Күрәм: барыһы ла минән йәштәр. Беҙҙе ҡаршы алыусы йәш ир кеше:
-Мин - Абдулла хәзрәт, сезнең группа житәкчесе булам. Апа, сезме ул Башкыртостаннан? Ичемегез кем? Сезнең турыда әйткән идеме улыгыз: инсульт үткәрҙе, ҡарап алып йөрөргә кирәк, дип?
-Танышыуыма шатмын. Эйе, мин - Башҡортостандан. Улым миңә әйткән ине шул, әсәй, һине ҡарап алып йөрөүселәр булыр, ҡурҡмай сыҡ юлға, тип, - тип, яуап бирҙем мин уға ҡаршы.
-Ҡурҡырға кирәкми. Без сезне карап алып йөрөрбөз. Иншаллаһ, барысы да әйбәт булыр, - тине хәҙрәт.
Уның янында йәш кенә матур ҡатын да бар ине. Аҙаҡ белеүемсә, ул хәҙрәттең ҡатын Әлфиә булып сыҡты. Береһе - 5 йәшлек, икенсеһе- йәш тә ике айлыҡ имсәк балаларын әсәйҙәренә ҡалдырып, бергәләшеп хажға юлланғандар.
Сағыштырмаса олораҡ бер ир менән ҡатын ситтәрәк, мәсет бүлмәһенә инмәй генә, тамаҡ ялғайҙар. Ҡатын сибәр , зауыҡ менән кейенгән: өҫтөндә кәүҙәһенә килешеп торған көрән сейә төҫөндәге оҙон ғына затлы күлдәк, башында ал төҫтәге яулыҡ.
Бында өҫтәл, ултырғыс кеүек уңайлыҡтар юҡ. Артыҡ ҙур булмаған бүлмәнең иҙәненә сағыу төҫтәге матур балаҫ түшәлгән. Ситтә торған тумбочка өҫтөндә намаҙлыҡтар, тәсбихтәр, дини китаптар ята.
Тағы бер ғаилә ситтәрәк тора: зифа кәүҙәле, матур ғына ап-аҡ мөләйем йөҙлө ҡатын, уға ҡарағанда тәпәшерәк кәүҙәле, байтаҡҡа олораҡ ире, 14 йәштәрҙәге, оҙон ғына буйлы үҫмер малай. Ҡатын миңә термосынан бокалға ҡойоп, эҫе сәй бирҙе:
-Яҡыныраҡ килегез, апа, бына кайнар чәй эчеп алығыз, иртәнге чәйне эчмәгәнсездер бит, - тип, яҡын күреп өндәште.
Һуңынан, үҙе әйтеүенсә, ошонда тәү күргәс тә, мине үҙенең өләсәһенә оҡшатҡан икән.
Артабан регистрацияға киттек. Минең багажды хәҙрәт үҙенең ҡулына алды. Миндә еңел рюкзак ҡына ҡалды.
Регистрацияға етәрәк, хәҙрәт беҙҙе туҡтатты ла: ”Һеҙгә Казан мосолман назариятынан бүләк”, - тип, еңел генә, документтар йөрөтөр өсөн бик уңайлы сумка һәм асыҡ хәнәүәт төҫөндәге рюкзактар таратып бирҙе. Күпселегебеҙ шунда уҡ рюкзакты тағып та алды. Ул рюкзактар мине күп кенә ерҙә аҙашыуҙарҙан ҡотҡарҙы. Ни өсөн тигәндә, ул әләм кеүек ялҡынлы төҫө менән үҙебеҙҙекеләрҙе әллә ҡайҙан танытып тора ине. Тейешле урынға барып еткәс тә меңәрләгән халыҡ араһында был төҫ әллә ҡайҙан айырылып, күҙгә ташланып торасаҡ ине. Күпме халыҡ,шунсама төрлө төҫ һәр милләтте бер-береһенән айырып тора.
Регистрацияла беҙгә тағы ла һигеҙ бер тиҫтер урта йәштәрҙәге татар ҡатын-ҡыҙҙары килеп ҡушылды. Улар әле генә Ханты-Мансиҙан килеп төшөүҙәрен әйтеп, үҙҙәре менән таныштырҙылар.
Таңһылыу Йәнтүрина.
Дауамы бар.