Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
7 Апреля 2022, 07:30

Хаж сәфәре. Сәйәхәтнамә

-Мин гел “Йәсин”сүрәһен уҡып яттым. Ҡысҡырып уҡып, палаталағыларҙы йонсотоп бөтмәнемме ул? - тип һорайым. Ул көлә лә ҡуя, өндәшмәй.-Нимә, өндәшмәй, гел генә көлә лә ҡуяһың ул? - тип, ҡат - ҡат һорағас ҡына:-Һин бит аҙна буйына иҫһеҙ яттың. Телдән дә ҡалдың, күрмәй ҙә инең. Ҡайҙан инде һиңә ҡысҡырып уҡып ятыу... - тигәс, мин аптыраным... Тулыраҡ:

Икенсе бүлек

Шундай көстәр бар...
Үҙебеҙҙең ҡала дауаханаһында иҫем инәле-сығалы ятҡанмын. Ни тегеләй, ни былай булмағас, бер аҙнанан "Ашығыс ярҙам" машинаһында республиканың үҙәк дауаханаһына оҙатҡандар.
Унда инсульт блокта бер ай, реабилетация бүлегендә бер ай ятып, әҙме-күпме йүнәлеп, туғандарым, ирем тырышлығы арҡаһында, үҙ аяҡтарымда, тыуған яҡтарыма әйләнеп ҡайттым.
Йәшәр ғүмерем, ҡалған ғәмәлдәрем хаҡына Аллаһу Тәғәләм шулай ҡушҡандыр, күрәһең...
Аҙаҡтан йүнәлеп киткәс, иремдән :
-Мин гел “Йәсин”сүрәһен уҡып яттым. Ҡысҡырып уҡып, палаталағыларҙы йонсотоп бөтмәнемме ул? - тип һорайым. Ул көлә лә ҡуя, өндәшмәй.
-Нимә, өндәшмәй, гел генә көлә лә ҡуяһың ул? - тип, ҡат - ҡат һорағас ҡына:
-Һин бит аҙна буйына иҫһеҙ яттың. Телдән дә ҡалдың, күрмәй ҙә инең. Ҡайҙан инде һиңә ҡысҡырып уҡып ятыу... - тигәс, мин аптыраным.
-Ә бит мин гел генә доға уҡып яттым. Тик” мине ниңә ҡараңғыға һалып ҡуйҙылар икән?” тип аптырай инем, - тием.
Нисәнсе көндәлер, белмәйем, ауыртыныуҙарға сыҙай алмай, башыма:
-Кем мине былайтып һалып ҡуйҙы икән?! - тигән уй ҙа башҡа ингән ине.
Шул саҡта, төшөмдәме - өнөмдәме, мин бер һын алдында баш эйеп торғанымды күрҙем. Уның аяҡтары осонда тубыҡланып торған килеш, кем икәнен белергә теләп, башымды ҡалҡытып ҡараным. Тик мин уны күрә алманым, ул һындың башы болотҡа тиклем ашҡан ине!
Эйе, ошондай көс кенә мине ошолай шыҡырлатып бөгөп һалыуы мөмкин!
Шул саҡта үҙемдең кем алдында баш эйеп торғаным аңыма барып етте һәм мин:
-Эй, Аллаһым! Ҡөҙрәтең киң. Миңә намаҙ уҡырлыҡ ҡына халәт бирһәң икән? - тип, һорағаным иҫтә ҡалған. Шулай үҙ хәлемде аңламай - белмәй ятһам да, киләсәгемде уйлап, һорай белгәнемә әле лә хайран ҡалам.
Ғәжәп инде! Ысынлап та, ул миңә һорағанымды бирҙе.
Мин, егерме көн тигәндә, (иҫемә килгәс, ирем менән һанап, көндәр иҫәбенә, осона сыҡтыҡ) бер төш күрҙем.
...Имеш, мин тыуған ауылым Юлыҡта. Үҙебеҙ уйнап үҫкән һыу буйында йөрөйөм. Шул саҡта, күптән инде мәрхүмә булған, әсәйемде күрҙем. Ул бик бейек кәүҙәле, ап-аҡ оҙон кейемдә. Бер уба өҫтөндә баҫып тора һәм миңә уҫал итеп тороп ҡарай. Ул өндәшмәй, әммә мин уның ни әйтергә теләгәнен аңлайым, имеш...
”Бында һиңә нимә бар... Килергә уйлама ла!” - тигәндәй, ҡулын һелтәне. Йәнәһе, “кит бар, мәшәҡәтләп йөрөмә! ”
Беҙҙең әсәй уҡытыусы ине, үҙенең бар ғүмерен мәктәптә балалар тәрбиәләүгә арнаны. Шулай уҡ промартель партия ойошмаһының алмаштырғыһыҙ етәксеһе булараҡ, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты, ауыл халҡы менән аралашып, ҡайнап йәшәне. Үҙенең эшмәкәрлеге арҡаһында ауылыбыҙҙа ғына түгел, район кимәлендә бик ҙур абруй яулаған шәхес ине. Уның күп һөйләүе кәрәкмәй, бер һүҙ, бер күҙ хәрәкәте лә бик күпте аңлатыр ине.
Әле лә шулай! Һөйләп - әйтеп тә торманы, миңә ҡул хәрәкәттәре аша нимә эшләргә кәрәген бик тиҙ төшөндөрҙө: ҡайтырға кәрәк...
... Һәм мин, шул төштән һуң, тәнемдә иҫ китмәле еңеллек һиҙеп, уянып киттем. Үҙемде, йылы диңгеҙ тулҡынында тирбәлеп ятҡандай, хис иттем.
Күпме көндәр ҡыбырламай ятҡан кеше, күҙемде асыу менән, карауатымда тороп ултырырға маташтым. Эргәләге ултырғыста йоҡлап ултырған ирем минең ҡыбырлағанымды күреп, уянып китте лә, миңә тороп ултырырға ярҙам итеште. Шунан, миңә бер ни тиклем аптырап ҡарап торҙо ла, тиҙ генә врач саҡырҙы.
Шул көндән башлап, мин йүнәлеү яғына ыңғайланым. Дүрт аяҡлы таяҡтар ярҙамында аяҡтарымды шылыштырып ҡына баҫып, ҡабаттан атларға өйрәндем. Көсләп, ауыҙымды асып, өндәр әйтеп өйрәндем, унан яйлап, һөйләшә башланым. Бармаҡтарымды саҡ - саҡ ҡыбырлатып асып, ҡалаҡ тотоп ашай башланым. Аяҡтарым да, ҡулдарым да тыңламай, ҡатып, таяҡҡа әйләнгән ине. Уларҙы әҙләп - әҙләп кенә, ҡаты ауыртыныуҙар аша ҡыбырлатыу ҙа иҫ китмәле көс, тырышлыҡ талап итә... Күҙҙәрҙән үҙенән үҙе йәш аға...
Минең тырышҡанымды күргән дауалаусы табип:
- Бына уны күрәһегеҙме? Ул атлап китәсәк, ә һеҙ ятып ҡаласаҡһығыҙ. Мин уға, мөмкин булһа, “гран – при” бирер инем! – тип маҡтап сығып китеүе, миңә тағы ла көс бирҙе.Ысынлап та, палатанан иң алда мине ҡайтарып ебәрҙеләр.

Таңһылыу Йәнтүрина.

Дауамы бар.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас