Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
6 Апреля 2022, 07:30

Хаж сәфәре. Сәйәхәтнамә.

”Ниәт иткән - моратына еткән” тип, юҡҡа ғына әйтмәгән бит беҙҙең ата - олатайҙар.Күңелдә йөрөһә лә, был ниәтемде ҡысҡырып әйтеп йөрөмәнем. Әммә ул кесе улыма ишетелгән булып сыҡты. Шуны ул үҙенең күңеленә һалып ҡуйғанмы, әллә үҙенең күңеленә биргәнме? Форсат сығыу менән, минең ошо теләгемде тормошҡа ашырырға ниәтләгән. ”Ниәт - ниәт тыуҙырыр” - ошо була, күрәһең...Яҙғы матур көндәрҙең береһе. Мин ҡалалағы карьерҙан сыҡҡан көкөрт афәтенән ҡасып китеп, ”Яҡтыкүл”шифаханаһында дауаланып ята инем. Бер көн ул миңә шылтыратып:-Әсәй, хажға йыйына башла! - тине.Мин:-Ҡасан барырға? - тип һорайым... Тулыраҡ:

Беренсе бүлек

Һәр эштең башы - ниәт.
”Ниәт иткән - моратына еткән” тип, юҡҡа ғына әйтмәгән бит беҙҙең ата-олатайҙар.
Күңелдә йөрөһә лә, был ниәтемде ҡысҡырып әйтеп йөрөмәнем. Әммә ул кесе улыма ишетелгән булып сыҡты. Шуны ул үҙенең күңеленә һалып ҡуйғанмы, әллә үҙенең күңеленә биргәнме? Форсат сығыу менән, минең ошо теләгемде тормошҡа ашырырға ниәтләгән. ”Ниәт - ниәт тыуҙырыр” - ошо була, күрәһең...
Яҙғы матур көндәрҙең береһе. Мин ҡалалағы карьерҙан сыҡҡан көкөрт афәтенән ҡасып китеп, ”Яҡтыкүл”шифаханаһында дауаланып ята инем. Бер көн ул миңә шылтыратып:
-Әсәй, хажға йыйына башла! - тине.
Мин:
-Ҡасан барырға? - тип һорайым.
Ул:
-Авгусҡа - ҡорбан байрамына, - ти.
Быны ишеткәс, аптырап ҡалдым. Сөнки сәбәбе бар ине: күпме дауаланып, реабилетация үтһәм дә, үҙемде Хаж ғәмәле үтәрҙәй, ер аяғы - ер башына барып етерҙәй хәлдә тоймайым бит әле. Шулай ҙа күңелемдә ниәтемә яҡынлағаныма ышаныс артты, минең менән бергә ял итеп ятҡан бер туған апайым һәм еҙнәмә шул турала әйтеп, ҡыуанысым менән уртаҡлашҡан инем, улар:
-Ҡайҙа... Хажға?! Айға осорға йыйынмайһыңмы... Ошо сифатыңдамы?! - тип, мине бик тиҙ генә күктән ергә төшөрҙөләр.
Мин уларға ҡараным да, ни тиергә лә белмәй:
-Хатта шәпменсе! - тигән булам.
Һәр саҡ дарыуҙар эсеп, аҡһап - туҡһап, таяҡ менән атлап йөрөгәнемдә эш юҡ.
...Көтмәгәндә, ике йыл элек, инсульт үткәргәйнем. Көтмәгәндә, тип, берәү ҙә уйлап, көтөп йөрөмәйҙер, әлбиттә. Әммә барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡулында икәнен бик һуң ғына аңлайһың икән шул.
...Яҙғы матур көндәрҙең береһе. Май айы. Мин күптән ук намаҙҙа инем. Тик һуңғы ваҡытта, тормош ваҡ - төйәктәренән арына алмай, намаҙҙарымды теүәл үтәмәй башлаған инем. Шул килеш ураҙаға инеп киттем. Иртәнгеләрен генә уҡып йөрөйөм, башҡа намаҙҙарым ҡала торҙо. Ә бит үҙем, намаҙға бер баҫҡас, ғәмәлеңде үтәмәй йөрөү ярамай икәнен белә инем.
Әммә улай уҡ ҡаты һынауға дусар булырымды белһәм икән?! Һынаумы, әллә киреһенсә, гонаһтарымдан аралаумы...
Барыһы ла ваҡыт үтеү менән, һуңынан ғына беленә бит... Нисек кенә булһа ла, әгәр шул турала белгән булһам, бер генә намаҙымды ла ҡалдырмаҫ инем, моғайын...
Ураҙаның алтынсы көнө ине. Таң атмаҫ элек, сәхәр эсеп ятҡас, булды был хәл: кинәт кенә ҡан баҫымы күтәрелеп китеп, аяҡтан йыҡты, шыҡырайтып һалып ҡуйҙы. Шул ваҡытта:
-“Йәсин” уҡырға кәрәк! - тигән уй мейенән үтеп киткәнен иҫләйем...

Таңһылыу Йәнтүрина.

Дауамы бар.

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас