Һаҡмар
+4 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
2 Апреля 2022, 07:55

Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!

Һәр йортҡа именлек һәм теүәллек, муллыҡ, бәхет, бәрәкәт, хәләл мал һәм хәләл аҡса, ныҡлы һаулыҡ һәм мөхәббәтле оҙон ғүмер!

Добавить в предпочтительные источники Google
Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!
Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!

Ураҙаға ниәт һәм ифтар доғаһы

Ураҙаның бер шарты – йылына бер тапҡыр ай дауамында көндөҙ ашау һәм эсеүҙән туҡталып тороу. Ураҙа тотоу өсөн иртән тороп ашаған ризыҡҡа «сәхәр», ураҙаны асыуға «ифтар» тиҙәр. Түбәндәге доғалар ураҙа тотҡан кеше өсөн мотлаҡ уҡылырға тейешле.

Сәхәр ашағандан һуң түбәндәге доға уҡыла:

Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда, сәхәр ашын ашағандан һуң, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына:

Нәүүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи тәғәлә. Аллаһу әкбәр, йәғни «Аллаһы Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ – Бөйөк».

Ауыҙ асҡанда уҡый торған доға:

Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли мә ҡаддәмтү үә мә әххартү.

Мәғәнәһе:

«Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым. Эй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!»

Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!
Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!
Автор:Гузель Салихова