

Ураҙа тотҡанда уҡыла торған ниәт:
“Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри рамәдаанә минәл-фәҗри иләл-мәгъриби хаалисан лилләһи Тәғәлә.
Башҡортса ла ниәтләргә мөмкин: «Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ихласлыҡ менән, таң ваҡытынан башлап, ҡояш батҡансыға ҡәҙәр, Рамаҙан айы ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым».
Сәхәр ашарға тора алмаһағыҙ ҙа, Рамаҙан айында ураҙа тоторға алдан уҡ күңелдән ниәтләгән булһағыҙ, йә иһә кистән үк ниәтләп ятһағыҙ - ураҙағыҙ дөрөҫ була. Ләкин инде ҡояш сыҡҡандан һуң ғына, бөгөн әле бер нәмә лә ҡапманым, Ураҙа тотайым әле тип тотһағыҙ, дөрөҫ булмай, сөнки кеше алдан уҡ ниәт ҡылырға тейеш.
Кис менән ҡояш байығас та хөрмә йәки һыу менән ифтар ҡылына һәм түбәндәге доға уҡыла:
“Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әәмәңтү үә галәйкә тәүәккәлтү үә галәә ризкыйкә әфтартү фәгъфирлии йәә гаффаарү мә каддәмтү үә мәә әххәртү”.
“Әй Аллаһым, ошо ураҙамды Үҙеңдең ризалығың өсөн тоттом, Һиңә генә иман килтерҙем һәм фәҡәт Һиңә генә бөтөн эштәремде тапшырҙым. Һин биргән ризыҡ менән ифтар ҡылдым. Гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһым, минең әүәлге гонаһтарымды ла, киләһе гонаһтарымды ла ярлыҡа”.
Рәмил хәҙрәт Насыров.