Дин һәм иман
31 Марта 2022, 08:00

Ураҙа хәҙистәре

Аллаһ ризалығы өсөн бер көн ураҙа тотҡан кешенең йөҙөн Аллаһ Тәғәлә Йәһәннәм утынан етмеш йыллыҡ араға алыҫайтасаҡ... Ураҙала булған кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ...

Ураҙа хәҙистәреУраҙа хәҙистәре
Ураҙа хәҙистәре

Ураҙа хаҡында хәҙистәр

Пәйғәмбәребеҙҙең изге Рамаҙан айы һәм бөйөк Ураҙа ғәмәле тураһында беҙгә әйтеп ҡалдырғандарынан:

«Аллаһ Тәғәлә: “Минең өсөн булған Ураҙаны Мин Үҙем бүләкләйәсәкмен”, – тигән»

«Ураҙаға бер нәмә лә тиң була алмай»

«Ураҙала булған кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ»

«Ураҙа тотоусы өсөн ике шатлыҡлы мәл бар: беренсеһе – ауыҙ асҡанда, икенсеһе – үҙ Раббыһы ҡаршыһында ураҙаһы өсөн әжер алғанда»

«Ураҙа Ҡиәмәт көнөндә: «Йә Аллаһ! Мин уны көн буйына аҙыҡтан һәм тән теләктәренән тотоп торҙом, шуның өсөн бөгөн миңә уның өсөн шәфәғәтсе булырға рөхсәт бир», – тип ураҙа тотоусыны яҡлашып сығасаҡ»

«Ураҙа тотҡан кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында хуш еҫле май (мисек) еҫенә ҡарағанда ла яҡшыраҡ»

«Ураҙа – кешене Тамуҡ утынан ҡурсалап тороусы ҡалҡан һәм ныҡлы ҡәлғә»

«Аллаһ ризалығы өсөн бер көн ураҙа тотҡан кешенең йөҙөн Аллаһ Тәғәлә Йәһәннәм утынан етмеш йыллыҡ араға алыҫайтасаҡ»

«Аллаһ мәрхәмәтенә өмөт итеп Ураҙа тотҡан кеше шул көндө үлеп ҡалһа, Йәннәткә инер»

«Йәннәттә әр-Раян тигән ҡапҡалар бар, улар аша ураҙа тотҡандар ғына үтә алыр, башҡа берәү ҙә үтмәҫ»

«Рамаҙан айы башланғас, Йәһәннәм ҡапҡалары ябылып, Йәннәт ҡапҡалары асыла, ә шайтандарға бығауҙар һалына»

«Рамаҙан айында тотҡан ураҙа ун ай буйына тотҡан ураҙаға тиң»

«Аллаһ Тәғәләгә иман килтереп, Унан ярлыҡау өмөт итеп ураҙа тотоусы кешенең быға тиклем булған бар гонаһтары ғәфү ителер»

«Һәр ифтар (ауыҙ асыу) мәлендә Аллаһ Тәғәлә Уттан азат ителәсәк яңы кешеләрҙе һайлап ала».

 

Ураҙа хәҙистәре
Ураҙа хәҙистәре
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас