Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
26 Марта 2022, 07:00

Ниңә ҡотҡарманың?

Эйе, Хоҙайҙың ҡулдары булһа, устарында ғына йөрөтөр ине ерҙәге һәр балаһын. Теле булһа, кәрәк саҡта кәңәштәрен бирер, яңылышыуҙарҙан аралар ине...

Ниңә ҡотҡарманың?Ниңә ҡотҡарманың?
Ниңә ҡотҡарманың?

Бер кеше батып бара, ти. Янына карап йөҙөп килә. «Ярҙам кәрәкме, бир ҡулыңды», ти икән капитан. «Юҡ, рәхмәт, мин беләм, мине Хоҙай ҡотҡарасаҡ», ти икән ти батып барыусы. Был карап артынан икенсеһе килеп еткән. «Ярҙам кәрәкме? Һуҙ ҡулыңды», ти икән караптағы кеше. «Юҡ, рәхмәт, мин беләм, мине Хоҙай ҡотҡарасаҡ», тип яуап биргән ти тағы ла батып барыусы.
Был әҙәм бата. Йәне һауаға осоп китә. Хоҙайҙы тап итеп, үпкәһен белдерә ти был: «Һин ниңә мине ҡотҡарманың?» «Ахмаҡ! Мин һиңә бер түгел, ике карап ебәрҙем ярҙамға!» ти икән Хоҙай.
Эйе, Хоҙайҙың ҡулдары булһа, устарында ғына йөрөтөр ине ерҙәге һәр балаһын. Теле булһа, кәрәк саҡта кәңәштәрен бирер, яңылышыуҙарҙан аралар ине. Осраҡлы кешеләр, тәбиғәт, һауа торошо һәм башҡа бик төрлө юлдар аша ул беҙҙе иҫкәртергә, бәләләрҙән араларға маташа. Ишетергә генә өйрәнәйек.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас