

Бер кеше пәйғәмбәребеҙ алдында ризыҡты һул ҡулы менән ашай башлай. Пәйғәмбәр: “Уң ҡулың менән аша! Кешенең уң ҡулы менән алып ашауы – сөннәт”-ти. Тегеһе: “Мин улай ашай алмайым”,-ти. “Ашай алмайһыңмы!-ти пәйғәмбәр. Уға тәкәбберлектән башҡа бер нәмә лә ҡамасауламай!”-тип өҫтәп ҡуя. Бынан һуң теге кеше һул ҡулын да ауыҙыа килтерә алмай башлай.
Ризыҡтың ҡәҙерен белергә бойора пәйғәмбәр: “Әгәр кем дә булһа берәүҙең ҡулынан ризыҡтың бер киҫәге йәки икмәк валсығы төшөп китә икән, уны алып һәм саңынан таҙартып ҡабып ҡуйһын, шайтанға ҡалдырмаһын! Сөнки ризыҡтың ҡайһы ерендә бәрәкәт ятыуын һеҙ бит белмәйһегеҙ”.
“Нәфсегеҙҙе ҡытыҡлап, шайтан ул бер ҡарыш ҡалмай һеҙҙең һәр берегеҙҙең эргәһендә генә йөрөй, күҙәтеп кенә тора. Ашаған саҡтарығыҙҙа ла шулай”.
Тиҫкәрелектән ҡурсалап ҡына тора дин. “Бөтә нәмәлә уң ҡулға, уң тарафҡа өҫтөнлөк бирә, тәнегеҙҙе уҡ яҡтан йыуа башлағыҙ, аяҡ кейемегеҙҙе уң яҡтан башлап кейегеҙ, мәсеткә уң аяҡтан башлап инегеҙ”,-ти.
“Бала саҡта мин Аллаһ илсеһенең тәрбиәһендә йәшәнем. Ашағанда табаҡтың төрлө еренә үрелә торған ғәҙәтем бар ине,- тип хәтерләр булған Ғүмәр ибн Сәләмә. - Пәйғәмбәребеҙ мине киҫәтеп шул ваҡыт: “Эй, улым, “Бисмиллә” әйт тә үҙеңә яҡын ерҙәге ризыҡты уң ҡулың менән алып аша!”-тине”.
“Пәйғәмбәребеҙҙең ҙур ағас табағы бар ине, -тип һөйләр булған Ғабдулла бин Буср атлы берәү. - Уны дүрт кеше күтәреп йөрөй торғайны. Иртәнге намаҙҙан һуң уға икмәк ваҡлап һурпа һалдылар. Халыҡ йыйылып алды, пәйғәмбәребеҙ ҙә табаҡ алдына тубыҡланып ултырҙы. Шул ваҡыт берәү: “Һин үҙең дә шулай ултыраһыңмы?”-тип аптырағас пәйғәмбәр: “Аллаһ мине үҙенең игелекле ҡоло итте, тиҫкәре залимға әйләндермәне!”-тип ризыҡты бергәләп ашарға кәрәклеге тураһында нәсихәт тә биреп алды”.
Теҙҙәрҙе бөкләп ултырыу – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙа ла иң күркәм ғәҙәттәрҙән булған.
“Ашаған ваҡытта, -тигән ул, - терһәктәрегеҙ менән нимәгәлер таянып тормағыҙ”.
“Табында ҡулдарығыҙ күп булһын. Аллаһы Тәғәлә ҡулдарҙың күп булыуын һөйә.
“Ашай башлар алдынан һеҙҙән һәр кем Аллаһ исемен хәтергә төшөрһөн, “Бисмиллә” әйтһен. Әгәр ҙә ашар алдынан бисмиллә әйтергә онотһа, онотҡаны хәтеренә төшөү менән: “Алдағы һәм һуңы өсөн дә” тип “Бисмиллә” әйтһен!”-тигән.