Рамаҙан (ураҙа) айы башланыуға бер аҙана ҡалды, әлхәмдулилләһ!
Рамаҙан айы — тәрбиә айы — күңел тәрбиәһе. Аллаһ Тәғәлә имандарыбыҙҙы, ихласлығыбыҙҙы, аслыҡ менән һынай. Ураҙа ул юғары дәрәжәләге тәрбиә.
Был айҙа нәфел ғибәҙәттәребеҙ ҙә фарыз ғибәҙҙәттәр менән тиң булыр.
Был ай — һуғыш айы — ураҙа тотҡан кешенең аҡылы нәфсеһе менән һуғыша. Әҙәм балаһының нәфсеһе, тәбиғәте ләззәткә ынтылыусан итеп яратылған — яҡшы ашау, эсеү һәм енси теләктәр. Ошо туймаҫ теләктәргә ҡаршы тороу өсөн аҡылыбыҙҙы эшләтеп, нәфсебеҙҙе еңә белергә кәрәк.
Был ай — сабырлыҡ айы — ашау-эсеүҙән тыйылабыҙ, ғибәҙҙәт ауырлыҡтарына һәм ирешкән ҡайғы — хәсрәттәргә сабыр итәбеҙ. Быларҙың һауабы — йәннәт.
Был ай — шөкөр ҡылыу айы — Аллаһ Тәғәлә беҙҙе иман менән мосолман итеп яратты, Ибраһим ғәләйһис-сәләм милләте, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең өммәте итте, Ҡөрьән әһеле, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж ҡылыусыларҙан итте.
Был ай — сәләмәтлек айы — тәндәребеҙ, йөрәктәребеҙ сәләмәтләнә, сөнки ашап ашҡаҙаныбыҙ ауырта баш лай.
Был ай — дәрес айы — ураҙа Әҙәм балаһын тәртипкә һәм ризыҡтың ҡәҙерен белергә, уға ҡарата һаҡсыл булырға, аслыҡта һаҡсыл булырға, аслыҡтың ниндәй яман нәмә икәнен аңларға өйрәтә һәм һине һынай, ас кешенең хәленә керергә ярҙам итә.
Был ай — имтихан айы — үҙебеҙҙе имтихан ҡылабыҙ, әхирәттә кәсеп итәр өсөн ҡан тамырҙарыбыҙ аша йөрөй торған шайтан менән һуғышыу өсөн.
Был ай — тигеҙләү айы — ураҙала байға ла, ярлыға ла бер тәртип.
Был ай — һөйөнөс айы, беренсе һөйөнөсөбеҙ ауыҙ асҡанда булһа, икенсе һөйөнөсөбеҙ әхирәттә, раййан тигән йәннәткә ингәндә була. Ул йәннәт махсус ураҙа тотоусылар өсөн, улар шунда инеп бөткәс йәннәт ишектәре ябыла.
Был ай — ярлыҡаныу айы — был айҙа ғибәҙәттәребеҙҙә раҫ буласаҡ, Аллаһ Сүбеханәһү үә Тәғәлә кешене яңы тыуған сабый бала һымаҡ гонаһыҙ итәр.
Был ай — йыуатыу айы — выҗдан йән менән кешегә ярҙам ҡулын һуҙырға, ҡайғы-хәсрәттәрҙе уртаҡлашырға өйрәтә.
Был ай — түләү айы — Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡан эштәрен эшләп (иман, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж), тыйған эштәреннән тыйылыу түләү була.
Был ай — егетлек айы — Аллаһынан ҡурҡып шайтанды еңеүебеҙ иң ҙур егетлек була.
Был ай — ҡотолоу айы — ураҙаның файҙаһы — мәңгелеккә, Изгелеккә әҙерләнеү тигән һүҙ (йәннәт). Был ай теләктәрҙең, доғаларҙың ҡабул була торған айы. Ураҙала төндә йоҡлауыбыҙ, тын алыуыбыҙ — барыһы ла ғибәҙәттән, зекерҙән китә икән.
Сығанаҡ: “Рамаҙан шәриф айы” /Иман нәшриәте/ Ҡазан 1997
Фото интернеттан алынды.