Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
11 Марта 2022, 07:00

Һыу биреү ҙә - саҙаҡа

Бәндәләрҙең эшләгән яуыз эштәре тутыҡ булып уларҙың күңелдәрен ҡаплай. Был тутыҡ кешенең тыумыштан килгән, яралтылмыш хәлендә Аллаһ тарафынан бирелгән илаһи сафлығын юҡҡа сығара, нурын һүндерә, күңелен ҡарайта. Шул ваҡытта күңелдә Аллаһ биргән нурҙы ҡабул итергә урын ҡалмай...

Һыу биреү ҙә - саҙаҡаҺыу биреү ҙә - саҙаҡа
Һыу биреү ҙә - саҙаҡа

Бәндәләрҙең эшләгән яуыз эштәре тутыҡ булып уларҙың күңелдәрен ҡаплай. Был тутыҡ кешенең тыумыштан килгән, яралтылмыш хәлендә Аллаһ тарафынан бирелгән илаһи сафлығын юҡҡа сығара, нурын һүндерә, күңелен ҡарайта. Шул ваҡытта күңелдә Аллаһ биргән нурҙы ҡабул итергә урын ҡалмай.

 

Бөйөктәр менән бергә табындаш булып, ғалимдарға һорауҙар биреп, зирәктәр менән осрашып тороғоҙ.

 

Күркәм ғәҙәт – бәхет, яман холоҡ – бәхетһеҙлек.

 

Ата-әсәләре иҫән ваҡытта йә уларҙың береһе, йә икеһе алдында ла гонаһлы булғандар йәннәтте күрмәҫ. Ундайҙар нәфрәткә дусар булыр.

 

Диндә лә сама белеүҙең баһаһы оло. Сама белегеҙ, тип өйрәткән пәйғәмбәр ғ.һ.с. “Бөтә нәмәне саманан арттырып ебәрергә тырышҡандар һәләк буласаҡ”,-ти ул. Донъя тип динде, дин тип донъяны онjторға ярамай, тип өйрәтә хәҙистәр.

 

Үҙен ҡулға ала белеп, тиҙ генә тыныслана алған кешеләрҙе пәйғәмбәребеҙ ысын мәғәнәһендәге батырҙарға тиңләгән.

 

Саҙаҡа – ул мал ғына түгел. “Кешенең үҙ ҡәрҙәшен ҡаршы алғанда йылмайыуы – саҙаҡа, изгелеккә өндәп, тыйылғандарҙан тыя белеүе – саҙаҡа, аҙашып йөрөгән кешегә юл күрһәтеүе – саҙаҡа, кешегә ҡамасаулап юлда ятҡан сүпте алып ташлауы – саҙаҡа, берәүгә эсәр һыу биреү – саҙаҡа, күҙе насар кешегә ярҙам итеүе лә саҙаҡа.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас