+16 °С
Ясно


Хәҙис-шәрифтәр
“Минең һеҙгә ҡарата миҫалым янып торған ут өҫтөнә килеп төшөүсе күбәләктәрҙе, сиңерткәләрҙе төшөрмәҫ өсөн тырышыусы кеше кеүек. Мин һеҙҙе утҡа төшөрмәҫ өсөн билбауығыҙҙан тотоп, уттан йыраҡ ебәрергә тырышам (сәбәптәрен күрһәтәм), әммә һеҙ һаман минең ҡулымдан ысҡынаһығыҙ, һаман утҡа бараһығыҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с.
* * *
“Рәсулуллаһының үҙ өммәте өсөн һәр ваҡыт ҡотолоу үә сәғәҙәт бәхет юлдарын күрһәтеп тороуы, уларҙы донъя үә ахирәт хурлығынан ҡотолдороу өсөн тырышыуы бик асыҡ үә һәр кемгә мәғлүм. Ошо ниғмәттең ҡәҙерен белмәйенсә һаман да нәфсе теләге буйынса йөрөү кис менән утҡа төшөүсе күбәләккә оҡшауҙың үҙе”. 270-се хәҙис.