Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
18 Февраля 2022, 06:00

Сихыр-боҙомдан һаҡланыу өсөн

Әҙәм балаһын юҡҡа сығарыр сихыр бар донъяла. Уның хаҡында нимә беләбеҙ һәм нисек һаҡланырға?

СИХЫРҘАН ҺАҠЛАНЫУ САРАҺЫ
Сихырҙан Аллаһ һүҙе менән һаҡланырға мөмкин:
«Бисмилләһил-ләҙи. Лә йәҙурру мәғас-миһи шәй.'үн фил-арҙи үә лә фис- сәмә'и-үә һүәс-сәмиғүл ғәлим».
Мәғәнәһе: Фәҡәт Аллаһ исеме менән әйтәм: Уның исеме менән һөйләүсегә Ерҙә лә, күктә лә һис бер нәмә фарыз килтерә алмай. Сөнки Аллаһ һәр нәмәне ишетеүсе һәм белеүсе.
«Аллаһүммә, Раббән-нәәси, әҙһәбәлбәъсә үәшфи. Әнтәш-шәфии ләә шифәә-үкә шифәәъән ләә йүғәдирү суҡъмән».
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ, кешеләрҙең Раббыһы! Бәләнән һаҡла (мине, беҙҙе) һәм шифа бир! Һин — шифа биреүсе. Һин шифа бирмәһәң, һис тә шифа булмаҫ. Һин шифа бирһәң, һис бер төрлө сир ҡалмаҫ (миндә, беҙҙә).
Ябраил фәрештә, ғәләйһис-сәләм, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдте, ғәләйһис- сәләм, дауалау ниәтендә ошо доғаны өс тапҡыр уҡыған:
«Бисмилләһи әрҡийкә миң күлли шәйъин йүүъҙикә үә миң күлли нәфсин әүъ ғәйнин хәәсидин. Аллаһү йәшфикә бисмилләһи әрҡийкә».
Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән өшкөрәм: «Һиңә зарар итеүсе бөтә нәмәләрҙән һәм нәфселәрҙең төрлө зыянынан йәки яман күҙҙәрҙең зыянынан Аллаһ һиңә шифа бирһен!»
Ошо доғаларҙы өс тапҡыр уҡыу кәрәк була. Өшкөрөүсе кеше уҡыһа ла ярай.Йә булмаһа, сирләгән кешенең үҙе уҡыһа ла был доғаларҙы дөрөҫ була.

Сихыр-боҙомдан һаҡланыу өсөн
Сихыр-боҙомдан һаҡланыу өсөн
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас