Өмәмә бин Сәхелдең атаһы менән шундай хәл була. Уның атаһы әл-Хурар бер урында һыу инә. Әмир исемле сәхәбә уға ҡарап һоҡланып: «Һинең тәнең шундай аҡ, йомшаҡ, нәҡ йәш ҡыҙҙарҙыҡы кеүек, мин ундай тәнде күргәнем юҡ», – ти. Шунан һуң атаһының хәле насарая. Уны Мөхәммәт бәйғәмбәргә килтерәләр. Ул: «Берәйһенән шикләнәһеңме?» – тип һорай. «Эйе, Әмирҙән», – ти ул. Бәйғәмбәр Әмирҙе саҡырып: «Ни өсөн һин уға бәрәкәт һорап доға ҡылманың? Аяҡтарыңды йыу», – ти. Әмир йыуынғас, әл-Хурар шул һыу менән ҡойона һәм сәләмәтләнә. Әгәр ҙә күҙ тейҙереүсе ҡойонорға теләмәһә, уның шәхси берәй нәмәһен – баш кейемен йәки һөлгөһөн алырға, еүешләргә, шуның менән күҙ тейгән кешене ышҡырға кәрәк. Алла теләһә, ярҙам бирер. Күҙ тейеүҙән «Фатиха», «Аятел- Көрси», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләре уҡылыр.