Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
11 Февраля 2022, 03:00

#Һаҡмар_күңел

Рәхмәт, Хоҙайым! Яңы көнгә күҙҙәремде астым –Рәхмәт һиңә яңы көн өсөн!Көн биргәнһең икән, йәлләмәйсәМул итеп бир тағын дәрт, көсөн! Рәхмәтлемен ғүмер биргән өсөн,Эй тырышам дөрөҫ йәшәргә!Һаулыҡ та бир инде шул ғүмерҙәМатур эштәр күберәк эшләргә! Эй Хоҙайым, рәхмәт, йәнәшәмдәЯҡындарым, иптәш-дуҫтарым,Ыңғай ғына барһын ғүмеребеҙ –Онотмаҫбыҙ бер ҙә һин барын! Риза булып һинең һынауҙарға,Рәнйемәйсә генә сыҙайым,Айырмасы мәрхәмәттәреңдән –Рәхмәттәрем һиңә, Хоҙайым! Фирүзә Абдуллина.

#Һаҡмар_күңел#Һаҡмар_күңел
#Һаҡмар_күңел

Рәхмәт, Хоҙайым!

Яңы көнгә күҙҙәремде астым –
Рәхмәт һиңә яңы көн өсөн!
Көн биргәнһең икән, йәлләмәйсә
Мул итеп бир тағын дәрт, көсөн!

Рәхмәтлемен ғүмер биргән өсөн,
Эй тырышам дөрөҫ йәшәргә!
Һаулыҡ та бир инде шул ғүмерҙә
Матур эштәр күберәк эшләргә!

Эй Хоҙайым, рәхмәт, йәнәшәмдә
Яҡындарым, иптәш-дуҫтарым,
Ыңғай ғына барһын ғүмеребеҙ –
Онотмаҫбыҙ бер ҙә һин барын!

Риза булып һинең һынауҙарға,
Рәнйемәйсә генә сыҙайым,
Айырмасы мәрхәмәттәреңдән –
Рәхмәттәрем һиңә, Хоҙайым!

Фирүзә Абдуллина.

Автор:Зульфия Саитова
Читайте нас