Һаҡмар
-4 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
9 Февраля 2022, 09:05

Мәһәр нимә ул?

Ҡатындың бер үҙенә 4 ай йәшәп торорға етерлек аҡса булырға тейеш...

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәһәр  нимә ул?Мәһәр  нимә ул?
Мәһәр нимә ул?

Ҡыҙ менән егет өйләнешкән ваҡытта ир кешенең динебеҙ ҡушыуы буйынса буласаҡ ҡатынына бирелгән аҡса йәки әйбергә мәһәр тиҙәр. Мәһәр бирелеүҙең маҡсаты бер нисә: ир кешенең ҡатынына ҡарата йәғни ҡатыны алдында уны һаҡлаусы һәм туйҙырыусы икәнен белдереү өсөн; ир кешенең ҡатынына һәр ваҡытта ла ярҙамсы буласағы өсөн, яңы кейәүгә сыҡҡан ҡатындың әҙ генә булһа ла ҡулында аҡса, байлыҡ булһын өсөн бирелгән мәһәр; ҡатын кешенең ире алдында бик түбән төшмәүе өсөн; ир кеше никахты еңел генә боҙмаһын өсөн; өйләнешеүҙең ябай ғына бер нәмә түгел, ә динебеҙҙең нигеҙҙәренең береһе икәнен белдереү, аңлатыу өсөн. Мәһәрҙең суммаһына килгәндә ҡатындың бер үҙенә 4 ай йәшәп торорға етерлек аҡса булырға тейеш.

 

Автор:Гузель Салихова