Дин һәм иман
22 Января 2022, 14:17

Мөжәүир Хәҙрәттең тыуған көнө

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған был шәхесте белмәгән кеше юҡтыр.

Лира апайҙың фатихаһы менән һеҙҙең иғтибарға Мөжәүир хәҙрәт тураһында Башҡортостан радиоһының 2014 йылғы яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. 

Тәүҙә бөйөк хәҙрәт тураһында ҡыҫҡаса белешмә. Уның кеүек шәхестәребеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ, һәр ваҡыт яҡшы һүҙ, яҡты хәтер менән иҫкә алып торайыҡ! 

 

***

Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы – башҡорт дин эшмәкәре, халыҡ табибы, диндар. Ул 1876 йылдың 21 ғинуарында Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе 1-се Бөрйән волосының (хәҙерге Баймаҡ районының) Бәхтегәрәй (Манһыр) ауылында тыуған. 

1886 йылда Мөжәүир хәҙрәттең атаһы йортона Зәйнулла имам Рәсүлев килә, ул бәләкәй Мөжәүирҙе уҡытырға кәңәш бирә. Егет Муллаҡай мәҙрәсәһендә белем ала. 

1939 йылда фашистик Германия менән буласаҡ һуғыш тураһында әйткәс, НКВД тарафынан ҡулға алына. Һорау алғанда, һүҙҙәрен ҡабатлай һәм «халыҡ дошманы» һаналып, хөкөм ителә. Әммә ауылдаштары судта уны яҡлап сыға. Мөжәүир хәҙрәт 10 йылға иркенән мәхрүм ителә. 1945 йылда төрмә администрацияһы һорауы буйынса ваҡытынан алда сығарыла. Төрмә хужаларын, уларҙың туғандарын һәм һаҡсыларын дауалаған була. Үҙенең ауылына кире ҡайта ла, унан бүтән бер ҡайҙа ла китмәй. Һуңғы көнөнә тиклем дауалауға һәм кәңәшенә мохтаж булғандарҙы ҡабул иткән. 

Мөжәүир хәҙрәт үҙен фотоға төшөрөргә бер ҡасан да рөхсәт итмәй. Был тыйыуҙы уның улы берҙе генә боҙа, йәшерен генә атаһын фотоға төшөрә. Хәҙрәттең берҙән-бер фотоһүрәте уға бағышланған китап тышлыҡтарына урынлаштырыла. 

 

Яҙманы Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллин уҡый. Оҡшаһа, лайыҡтар ҡуйығыҙ, үҙегеҙгә күсереп алығыҙ һәм бер ыңғай төркөмдө лә үҫтерешергә ярҙам итерһегеҙ.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас