Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
21 Января 2022, 05:00

Доғалар ҡылайыҡ

Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе ата-әсәләрегеҙ менән ант итеүҙән тыя

Яңылыш ҡына бер насарлыҡ эшләһәң, артынан уҡ изгелек эшлә – яманлығың һыҙылыуға юл асылыр

Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе ата-әсәләрегеҙ менән ант итеүҙән тыя

Аллаһы Тәғәлә дүрт төркөм кешегә асыулы: ант итә-итә һатыу итеүсегә, тәкәббер фәҡиргә, зинасы ҡартҡа һәм йәбер-золом итеүсе имамға (башлыҡҡа)

Берегеҙҙең баҫып торған хәлендә асыуы килһә, ултырһын – асыуы сығып бөтһөн. Улай ҙа бөтмәһә, ятып торһон

Ике ҡылыслы мосллман осрашып, береһе икенсеһен үлтерһә, үлгәне лә, үлтереүсеһе лә йәһәннәмдә булыр

Бер-береһен дошман күреп, килешеүгә һис бармаған кешеләргә Аллаһы Тәғәлә асыуын ебәрер

Кешеләрҙең иң һараны – сәләм биреүсегә һаран булғаны

Аллаһы Тәғәлә сөскөрөүҙе һөйә, тик ауыҙ асып иҫнәүҙе һөймәй

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас