+20 °С
Облачно
Игеҙәктәрҙә лидерлыҡ һыҙаттары хас. Тап ана шул саманан тыш артыҡ әүҙем булыуҙары һәм күп бәйләнешкә инеүҙәре уларҙы вампирҙар ҡулына тоттора.
Балыҡтар һәр нәмәне, ваҡиғаны йөрәктәренә яҡын ҡабул итә һәм шул сәбәпле манипуляторҙар ҡорбанына әйләнә. Көслө интуициялары уларға ла тылсым менән эш итеү һәләте бирә. Ләкин был эмоциональ билдә йыш ҡына үҙ энергетик баҫымы аҫтында ҡала.
Ҡыҫалалар һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Ләкин тылсым менән бәйле мауығыуҙа уларға һаҡ булырға кәңәш ителә. Сөнки йыш ҡына был “эш”тә үҙҙәренә насар йоғонто яһауҙары мөмкин.
Саяндар тылсымға ышанмай. Ләкин “әсе” теллеләр уларҙы йыш ҡына негатив тылсым тәжрибәләренең ҡорбаны итә лә инде.
Фото интернеттан.