Ашты “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим” тип башларға, ашап туйғас, биргән ниғмәттәре өсөн Аллаһҡа шөкөрана итергә кәрәк. Ашау-эсеү доғалары Аллаһҡа шөкөр, рәхмәт һәм ризалыҡты белдерергә тейеш. Үҙегеҙҙән олораҡ кешеләр булһа, табынға уларҙан алдараҡ ултырмағыҙ. Ашай башлағанда бисмиллә әйтеп, уң ҡулығыҙ менән ашағыҙ. Ашап бөткәс, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итегеҙ. Күп итеп алмағыҙ, ашыҡмағыҙ, яҡшы сәйнәгеҙ. Ҡомһоҙ булмағыҙ, күп ашарға ғәҙәтләнмәгеҙ. Бындай нәмәләрҙең сәләмәтлек өсөн файҙаһы күп булыуын үҙегеҙ ҙә белерһегеҙ. Фекерегеҙҙе гел ашау өсөн сарыф итмәгеҙ. Һөйләшеп ашаған аш еңел һеңһен өсөн, ҡысҡырышмай, һүҙ көрәштермәй, әҙәпле генә һөйләшегеҙ. Ваҡытында ашарға ғәҙәтләнегеҙ. Ваҡыты етеп тә, ашарға теләгегеҙ булмаһа, көсләп ашамағыҙ. Ни ҡәҙәре оло ғәйебе булһа ла аш алдында һис кемде шелтәләмәгеҙ, берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ. Аштан һуң ҡулдарығыҙҙы, ауыҙығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ.
Гонаһтарҙың да гонаһы — Аллаһы Тәғәләгә ширеҡ ҡатнаштырыу (кемделер йәки нимәнелер Уға тиңләү), йәндәрҙе ҡыйыу, ата-әсәне рәнйетеү һәм ялғанға геүаһлыҡ, шаһитлыҡ биреү.
Бурыстарын түләгәнсе, Аллаһы Тәғәлә үтескә алып тороусылар менән бергә, ә инде бурысын түләмәһәләр, уларға Аллаһы Тәғәләнең нәфрәте ҙур булыр.
Берәү мосолман туғанына ҡаршы ҡылысын яланғас итһә, ҡылысын ҡынына тығып ҡуйғансы, Аллаһы Тәғәләнең фәрештәләре уға ләғнәт уҡыр.